Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Сығыу 15:26 - Изге Яҙма

26 Раббы былай тине: – Әгәр һин, Исраил халҡы, Мин, Аллаң Раббы, әйткәндәрҙе тыңлаһаң, Мин хуп күргәнде генә эшләһәң, бойороҡтарыма ҡолаҡ һалһаң, ҡағиҙәләремде үтәһәң, бер ҡасан да һиңә Мысыр халҡына ебәргән ише ауырыу-сирҙәр күндермәм, сөнки Мин – Раббы, һиңә шифа биреүсе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

26 Раббы былай тине: – Әгәр һин, Исраил халҡы, Мин, Аллаң Раббы, әйткәндәрҙе тыңлаһаң, Мин хуп күргәнде генә эшләһәң, бойороҡтарыма ҡолаҡ һалһаң, ҡағиҙәләремде үтәһәң, бер ҡасан да һиңә Мысыр халҡына ебәргән ише ауырыу-сирҙәр күндермәм, сөнки Мин – Раббы, һиңә шифа биреүсе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

26 Раббы былай тине: – Әгәр һин, Исраил халҡы, Мин, Аллаң Раббы, әйткәндәрҙе тыңлаһаң, Мин хуп күргәнде генә эшләһәң, бойороҡтарыма ҡолаҡ һалһаң, ҡағиҙәләремде үтәһәң, бер ҡасан да һиңә Мысыр халҡына ебәргән ише ауырыу-сирҙәр күндермәм, сөнки Мин – Раббы, һиңә шифа биреүсе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Сығыу 15:26
42 Iomraidhean Croise  

Улар Минән йөҙ сөйөрҙө, Сидон алиһәһе Ғаштореҫҡа, Моав илаһы Кемошҡа, Ғаммон илаһы Милкомға табындылар. Сөләймәндең атаһы Дауыт кеүек йәшәмәйенсә, Минең юлымдан тайпылдылар, Минең күҙемдә яҡшы булған ғәмәлдәр ҡылманылар, ҡанундарымды тотманылар, бойороҡтарымды үтәмәнеләр, Мине ташланылар.


Әгәр ҙә һин ҡолом Дауыт кеүек әйткәндәремде еренә еткереп үтәһәң, ҡанундарымды һәм бойороҡтарымды ғәмәлгә ашырһаң, Минең күҙ алдымда дөрөҫ булған эштәрҙе башҡарһаң, юлымдан йөрөһәң, һинең менән булырмын, Исраилды һиңә биреп, һинең йортоңдо, Дауыттың йорто һымаҡ, мәңгегә батша йорто итермен.


Ильясиғин һыуҙың инешенә барҙы ла унда тоҙ һибеп әйтте: – Раббы былай тип белдерә: «Был һыуҙы паклайым, инде уның арҡаһында үлем дә, түлһеҙлек тә булмаҫ».


– Кире борол да халҡымдың етәксеһе Хизкияһҡа ошо хәбәрҙе еткер, атайың Дауыттың Аллаһы Раббы былай ти: «Доғаңды ишеттем, күҙ йәштәреңде күрҙем. Бына, һаулығыңды ҡайтарам. Өсөнсө көндә Раббы ҡорамына барырһың.


Йошияһ Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылды, һәр эштә боронғо бабаһы Дауыттың юлын тотто, уңға ла, һулға ла тайпылманы.


Ул йәрәхәтләр, тик Үҙе бәйләп ҡуйыр, Ул һуғыр, әммә ҡулдары һауыҡтырыр.


Йортоңдо юғарылағы һыуҙар өҫтөнә ҡорғанһың, Болоттарҙы Үҙенә арба итәһең, Елдең ҡанаттарында гиҙәһең.


Биләмәләреңә именлек килтерә, Һине иң яҡшы бойҙайы менән туҡландыра.


Төн уртаһы етеү менән, Раббы Мысыр ерендәге бөтә баш ир баланы үлтерҙе. Тәхеттә ултырған фирғәүендекен дә, зиндандағы тотҡондоҡон да ҡалдырманы; мал-тыуарҙың тәүге түлен дә ҡазаланы.


Инде әйткәнемде иғтибар менән тыңлап, Минең менән килешеүҙе үтәр булһағыҙ, барса халыҡ араһынан Минең Үҙ халҡым булырһығыҙ. Бөтә ер йөҙө Минеке;


һеҙ иһә Миңә хеҙмәт иткән ҡаһиндар батшалығы, мөҡәддәс халыҡ булырһығыҙ». Ошо һүҙҙәремде Исраил халҡына еткер.


– Һине Мысыр еренән, ҡоллоҡ йортонан алып сыҡҡан Аллаң Раббы Мин.


Аллаң Раббыға ғибәҙәт ҡыл – шулай эшләһәң, ашаған икмәгеңде һәм эскән һыуыңды фатихалармын, һине ауырыу-сирҙәрҙән аралармын.


Әйткәнемә ҡолаҡ һалығыҙ, Минең яныма килегеҙ, Тыңлағыҙ мине һәм йәшәрһегеҙ. Һеҙҙең менән мәңгелек килешеү төҙөрмөн, Дауытҡа вәғәҙә иткән тоғро һөйөүемде бирермен.


Мин уларҙың юлын күреп торҙом, Тик шулай ҙа был халыҡты дауалармын, Үҙем етәкләп барырмын, йыуатырмын. Ҡайғылыларҙың теленә


Ата-бабаларығыҙҙы Мысырҙан сығарған көндән башлап ошоға тиклем һәр ваҡыт: „Әйткәндәремде тыңлағыҙ“, – тип киҫәтә килдем.


Әгәр һеҙ Мине яҡшылап тыңлаһағыҙ, – тип белдерә Раббы, – шәмбе көндө ҡала ҡапҡаларынан йөк ташымаһағыҙ, был көндө изге һанап, бер нәмә лә эшләмәһәгеҙ,


Һине ташландыҡҡа һананылар, „Сионды ҡайғыртыусы юҡ!“ – тигәйнеләр. Ә мин һине тағы дауалармын, Яраларыңды имләрмен», – тип белдерә Раббы.


Шуға ҡарамаҫтан, Мин был ҡаланы имләрмен һәм шифалармын, халҡын һауыҡтырып, тыныс һәм имен тормош бирермен.


Мин уларға шундай әмер биргәйнем: «Мине тыңлағыҙ! Шунда Мин – һеҙҙең Аллағыҙ, ә һеҙ Минең халҡым булырһығыҙ. Үҙегеҙгә яҡшы булһын өсөн Мин күрһәткән юлдан йөрөгөҙ», – тинем.


Нимә, Ғилғәдтә бәлзәм юҡмы ни? Әллә унда табип юҡмы? Улай булғас, ниңә бисара халҡым шифа тапмай?


Әйтәйек, берәү тәҡүә, Ул ғәҙел, тоғро ғәмәлдәр ҡыла,


Мин Әфраимды атларға өйрәттем, Уны ҡул өҫтөмдә йөрөттөм, Әммә ул Мин дауалағанды белмәне.


Был халыҡ шулай тиер: «Әйҙәгеҙ, Раббыға кире ҡайтайыҡ, Ул беҙҙе йыртҡысланы – Үҙе дауалар. Ул беҙҙе йәрәхәтләне – Үҙе ярабыҙҙы бәйләр.


Һеҙҙе ҡол булмаһындар тип Мысырҙан алып сыҡҡан һәм ҡалыбығыҙҙы ватып башығыҙҙы юғары сөйҙөргән Мин Аллағыҙ Раббымын.


Күрһәтмәләрем буйынса йәшәһәгеҙ, бойороҡтарымды еренә еткереп үтәһәгеҙ,


Шунан Муса Раббыға: – Эй Аллам, ялбарам һиңә, уны һауыҡтыр! – тип ялбарҙы.


Ҡан ашамаһағыҙ, үҙең дә, үҙеңдән һуң килгән балаларың да игелек күрер, сөнки һеҙ Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәл ҡылырһығыҙ.


Һеҙгә белдергән бөтә был бойороҡтарҙы тыңлағыҙ һәм бойомға ашырығыҙ, шул сағында үҙегеҙгә һәм һеҙҙән һуң килгән балаларығыҙға мәңге яҡшы булыр, сөнки һеҙ Раббы күҙендә яҡшы һәм дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылаһығыҙ.


Аллағыҙ Раббының әйткәнен тыңлаһағыҙ, Уның бөгөн мин һеҙгә еткергән бөтә бойороҡтарын үтәһәгеҙ һәм Аллағыҙ Раббы хуш күргән ғәмәлдәр ҡылһағыҙ, барыһы ла шулай булыр.


Раббы һеҙгә дауалап булмаҫлыҡ Мысыр шеше, ҡорсаңғы һәм ҡутыр ебәрер.


Әгәр ошо китапта яҙылған был ҡанундың бөтә һүҙҙәрен дә теүәл үтәмәһәгеҙ, Аллағыҙ Раббының шөһрәтле һәм дәһшәтле исеменән ҡурҡмаһағыҙ,


Мысырҙың һеҙҙе ҡурҡытҡан барлыҡ зәхмәттәрен башығыҙға ебәрер һәм улар һеҙгә йәбешеп ҡалыр.


Инде күрегеҙ, Мин берҙән-бермен! Минән башҡа Алла юҡ. Үлтереүсе лә, терелтеүсе лә Мин, Имгәтеүсе лә, дауалаусы ла Мин. Минең ҡулдан һис кем ҡотҡара алмай.


Муса, бөтә Исраилды саҡырып, былай тине: – Эй Исраил, бөгөн мин һеҙгә белдерәсәк ҡағиҙәләрҙе һәм ҡанундарҙы тыңла! Уларҙы өйрәнегеҙ, һаҡлағыҙ һәм теүәл үтәгеҙ.


Раббы һине һәр төрлө ауырыуҙарҙан һаҡлар. Мысырҙа күргән ҡурҡыныс ауырыуҙарҙың береһен дә һеҙгә ебәрмәҫ. Был бәләләргә һиңә нәфрәт тотҡандарҙы дусар итер.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan