Мин халҡым Исраилға Үҙем һайлаған урынды бирермен һәм уны шунда тамыр йәйҙерермен, ул үҙ ерендә тыныс йәшәр, башҡаса шомланып тормаҫ. Элекке кеүек, үҙ халҡым Исраилға Мин ҡуйған хакимдар идара иткән саҡтағы һымаҡ, залимдар уны башҡаса ҡыҫырыҡламаҫ; Мин һине бөтә дошмандарыңдан тыныслыҡта ҡалдырырмын. Раббы шуны белдерә: Ул Үҙе һиңә йорт ҡорасаҡ.