Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Сығыу 15:1 - Изге Яҙма

1 Шул саҡ Муса һәм Исраил халҡы Раббыға ошо данлау йырын йырланы: «Раббыға дан йырлайым: Ул бөйөк еңеү ҡаҙанды! Аты менән һыбайлыны диңгеҙгә бырғаны.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Шул саҡ Муса һәм Исраил халҡы Раббыға ошо данлау йырын йырланы: «Раббыға дан йырлайым: Ул бөйөк еңеү ҡаҙанды! Аты менән һыбайлыны диңгеҙгә бырғаны.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

1 Шул саҡ Муса һәм Исраил халҡы Раббыға ошо данлау йырын йырланы: «Раббыға дан йырлайым: Ул бөйөк еңеү ҡаҙанды! Аты менән һыбайлыны диңгеҙгә бырғаны.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Сығыу 15:1
27 Iomraidhean Croise  

Һин исраилдар алдында диңгеҙҙе уртаға ярҙың да улар шул урында хасил булған ҡоро ерҙән киттеләр, ә арттарынан ҡыуа килгәндәрҙе Һин, тәрән һыуҙарға ырғытылған таш кеүек итеп, диңгеҙ төпкөлөндә ҡалдырҙың.


Уның йырҙарҙа маҡталған эштәрен ҙурларға онотма,


Раббы уларҙы бик күп тапҡыр ҡотҡарҙы, Әммә улар һаман башбаштаҡлыҡ күрһәтте, Енәйәттәре арҡаһында түбәнһетелде.


Шуға Раббы уларҙы ауыр эш менән йыуашайтты, Улар хәлдән тайып ҡолағанда, ярҙам итеүсе булманы.


Алла Үҙенең мөҡәддәс торлағында былай тине: «Тантана менән Шәхәмде бүлгеләрмен, Суккоҫ үҙәнен үлсәрмен.


Ул диңгеҙ һыуҙарын турһыҡтағы кеүек бергә йыйған, Даръя һыуҙарын һаҡлауға һалған.


Күптән үткән замандарҙы, Әүәлгеләрҙе уйлайым.


Төндә йырлаған йырҙарым иҫкә төшә, Үҙ-үҙем менән һөйләшәм, Күңелдәге һорауҙарыма яуап эҙләйем:


Раббы Мусаға былай тине: – Ҡулыңды диңгеҙ өҫтөнә һуҙ – һыуҙар, кире тартылып, мысырҙарҙы, уларҙың яу арбаларын, һыбайлыларын батырыр.


Муса ҡулын диңгеҙ өҫтөнә һуҙҙы – таңға табан диңгеҙ һыуы кире урынына ҡайтты. Мысырҙар кире йүгерергә маташты, әммә Раббы уларҙы диңгеҙ упҡынына олаҡтырҙы.


Мирйәм улар алдында ошо йырын һуҙҙы: «Раббыға дан йырлайым: Ул бөйөк еңеү ҡаҙанды! Һыбайлыны аты менән диңгеҙгә бырғаны».


Хәҙер инде мин беләм: Раббы барлыҡ илаһтарҙан өҫтөнөрәк, Ул быларҙы мысырҙар Исраил халҡы менән тәкәббер ҡыланғанға эшләне.


Ямандың гонаһы үҙенә тоҙаҡтыр, яҡшы кеше йырлап, ҡыуанып йәшәр.


Эй диңгеҙҙә йөрөгәндәр һәм ундағы барса нәмә, Алыҫ ярҙар һәм уларҙың халҡы! Раббыға яңы йыр йырлағыҙ; Донъяның иң алыҫ ерҙәренән Уға маҡтау яуҙырығыҙ!


Һинең менән ат һәм һыбайлыны, Яу арбаһын һәм күсерен ялпаштырам;


Мин дә Бәғелдәрҙең исемдәрен Ауыҙыңдан алып ташлармын. Уларҙың исемдәре бүтән иҫкә алынмаҫ.


Мин Раббымда ҡыуаныс табырмын. Алла Ҡотҡарыусым булғанға, Шатлыҡ менән ҡауышырмын.


Ул мәлдә исраилдар былай тип йырланы: «Эй ҡоҙоҡ, һыу менән тул! Ҡоҙоҡ хаҡында йырлағыҙ!


Етәкселәрҙе һәм хакимлыҡ итеүселәрҙе көсөнән яҙҙырып хурлыҡҡа ҡалдырҙы һәм Мәсихтә улар өҫтөнән тантана итте.


Улар Алла ҡоло Мусаның һәм Бәрәстең йырын йырлайҙар ине: – Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла! Һинең эштәрең бөйөк һәм ғәжәп. Халыҡтар Батшаһы, Һинең юлдарың ғәҙел һәм хаҡ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan