Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Сығыу 14:16 - Изге Яҙма

16 Үҙең таяғыңды күтәр ҙә ҡулыңды диңгеҙ өҫтөнә һуҙ – диңгеҙ икегә ярылыр, Исраил халҡы уның төбөнән, ҡоро ерҙән барған шикелле, атлап сығыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

16 Үҙең таяғыңды күтәр ҙә ҡулыңды диңгеҙ өҫтөнә һуҙ – диңгеҙ икегә ярылыр, Исраил халҡы уның төбөнән, ҡоро ерҙән барған шикелле, атлап сығыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

16 Үҙең таяғыңды күтәр ҙә ҡулыңды диңгеҙ өҫтөнә һуҙ – диңгеҙ икегә ярылыр, Исраил халҡы уның төбөнән, ҡоро ерҙән барған шикелле, атлап сығыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Сығыу 14:16
16 Iomraidhean Croise  

– Гехази, йәһәт кенә әҙерлән дә юлға сыҡ, – тине Ильясиғин. – Таяғымды ал. Ҡара уны, бер ерҙә лә туҡтама. Үҙең һаулыҡ ҡушма, хатта сәләм биргәндәргә лә яуап ҡайтарма. Барып еткәс, таяғымды баланың битенә ҡуй.


– Ниңә Миңә ялбараһың? – тине Раббы Мусаға. – Әйт Исраил халҡына, алға барһындар.


Раббы Мусаға былай тине: – Ҡулыңды диңгеҙ өҫтөнә һуҙ – һыуҙар, кире тартылып, мысырҙарҙы, уларҙың яу арбаларын, һыбайлыларын батырыр.


– Халҡыңдан алдараҡ кит, – тине Раббы Мусаға. – Үҙең менән Исраил халҡының бер нисә аҡһаҡалын ал. Ҡулыңа теге Нил һыуына һуҡҡан таяғыңды тот.


Мин Хорев тауында бер ҡая өҫтөндә һинең алдыңда торормон. Таяҡ менән ҡаяға һуғыуың булыр, унан һыу урғылып сығыр – әйҙә, эсһен халыҡ. Муса Исраил аҡһаҡалдарының күҙ алдында шулай эшләне.


Был таяғыңды ал: уның менән мөғжизәләр ҡылырһың.


– Ҡулыңда нимә? – тип һораны Раббы. – Таяҡ, – тип яуапланы Муса.


Муса ҡатыны менән улдарын ишәккә атландырҙы ла, Алла әйткән таяғын ҡулына алып, Мысырға юлланды.


Раббы былай тип дауам итте: – Һарунға әйт: «Таяғыңды күтәр ҙә Мысыр һыуҙары – йылғалары, арыҡтары, күлдәре, һәр төрлө һыу ятҡылыҡтары өҫтөнә һуҙ», – тигән. Уларҙағы һыу ҡанға әйләнер. Бөтөн Мысыр ерендә – хатта ағас һауыттарҙа ла, таш һауыттарҙа ла ҡан булыр.


– Әгәр ҙә ки фирғәүен һеҙҙән берәй мөғжизә күрһәтеүҙе һораһа, Муса, һин Һарунға әйт: таяғын фирғәүен алдына ергә ташлаһын – таяҡ йыланға әүерелер.


Шунда Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Мидйәндәрҙе Ғорев ҡаяһы янында тар-мар иткәндәге һымаҡ, Ашшурға ҡаршы ҡамсы күтәрер. Ҡасандыр Мысырҙағылай, Таяғын диңгеҙ өҫтөнә һуҙыр.


Йылғаларға ҡыҙҙыңмы ни, Раббы? Асыуың ағын һыуғамы? Әллә диңгеҙме ярһыуың сығанағы? Шуның өсөн аттарыңа, еңелмәҫ яу арбаларыңа мендеңме?


Муса ҡулын күтәрҙе лә ҡая ташҡа таяғы менән ике мәртәбә һуҡты – унан шарлап һыу аға башланы, кешеләр ҙә, мал-тыуар ҙа туйғансы һыу эсте.


Шунда Раббы Йушағҡа: – Ҡулыңдағы һөңгөңдө Ғай яғына йүнәлт. Мин был ҡаланы һинең ҡулыңа тапшырам, – тине. Йушағ һөңгөһөн Ғай яғына йүнәлтеү менән,


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan