Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Сығыу 13:12 - Изге Яҙма

12 Уға баш ир балаңды бағышларға тейеш булаһың. Мал-тыуарыңдың тәүге түле лә, әгәр ҙә ул иркәк булһа, Раббыныҡы булһын.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

12 Уға баш ир балаңды бағышларға тейеш булаһың. Мал-тыуарыңдың тәүге түле лә, әгәр ҙә ул иркәк булһа, Раббыныҡы булһын.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

12 Уға баш ир балаңды бағышларға тейеш булаһың. Мал-тыуарыңдың тәүге түле лә, әгәр ҙә ул иркәк булһа, Раббыныҡы булһын.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Сығыу 13:12
17 Iomraidhean Croise  

шулай уҡ, ҡанунда яҙылғанса, Аллабыҙ йортона, унда хеҙмәт иткән ҡаһиндарға баш бала булып тыуған улдарыбыҙҙы, эре һәм ваҡ малдан алған тәүге үрсемде килтерергә.


Аллабыҙ йортондағы келәттәргә ҡаһиндар өсөн тәүге тарттырылған он, саҙаҡалар, төрлө ағас емештәрен, шарап, зәйтүн майы килтерергә һәм левиҙәргә еребеҙҙең ундан бер өлөшөнөң уңышын бирергә. Левиҙәр ер эшкәртеү менән шөғөлләнгән бөтә ҡалаларҙа ла уңыштың ундан бер өлөшөн йыясаҡ.


Раббы Мусаға былай тине:


– Исраилдарҙан тыуған беренсе ир баланың һәммәһе лә Миңә бағышланһын. Инә ҡарынының тәүге иркәк емешен – кешеләрҙекен дә, мал-тыуарҙыҡын да – Миңә арна. Улар Минеке.


Аллаға һүҙ тейҙермә, халҡыңдың башлығын хурлама.


Уңышығыҙҙы һәм шарабығыҙҙы Миңә тәҡдим итеүҙе кисектермәгеҙ. Беренсе булып тыуған ир балаларығыҙҙы Миңә бирегеҙ.


Бөтә тәү тыуғадар Минеке. Һыйырҙыҡы булһынмы, һарыҡтыҡымы – тәүге түлдән тыуған иркәк мал – Миңә.


Ишәктең тәүге быҙауын һарыҡ бәрәсе биреп йолоп алығыҙ, йолоп алғығыҙ килмәһә – муйынын бороп һындырығыҙ. Һәр ҡайһығыҙҙың беренсе ир балаһы йолом түләп алынырға тейеш. Бер кем дә Минең хозурыма буш ҡул менән килмәһен.


Минең өсөн тыуҙырған улдарыңды һәм ҡыҙҙарыңды алып, уларҙы боттарыңа ризыҡ итеп ҡорбан ҡылдың. Фәхешлегең генә етмәгән,


Тәүге уңыштың иң яҡшы емеше һәм башҡа төрлө саҙаҡалар ҙа ҡаһиндарҙыҡы булыр. Тәүге уңышығыҙҙың ононан бешерелгән икмәкте ҡаһинға бирегеҙ, шунда йортоғоҙҙа бәрәкәт артып торор.


Беренсе булып тыуған малды Раббыға бағышларға ярамай, сөнки ул былай ҙа Раббыныҡы. Эре малмы ул, ваҡ малмы – улар барыһы ла Раббыныҡы.


Инә ҡарынының Раббыға тәғәйенләнгән тәүге иркәк емешен – кешеләрҙеке лә, мал-тыуарҙыҡы ла – һинеке. Әмма беренсе булып тыуған ир бала, хәләл булмаған малдың беренсе булып тыуған иркәк балаһы йолом түләп кире һатып алынырға тейешле.


– Мин һәр Исраил ҡатынынан донъяға килгән тәүге ир бала урынына исраилдар араһынан левиҙәрҙе Үҙемә алдым. Улар – Минеке,


сөнки бөтә беренсе булып тыуғандар – Минеке. Мысыр ерендәге баш балаларҙы юҡ иткән сағымда, Исраилда кешенән алып мал-тыуарғаса барлыҡ беренсе булып тыуғандарҙы Үҙемә айырып алдым. Улар Минеке буласаҡ. Мин – Раббы.


Исраилдарҙың беренсе булып тыуған иркәк йән эйәһе – кешенекенән башлап мал-тыуарҙыҡына тиклем һәммәһе – Минеке. Сөнки мысырҙарҙың беренсе булып тыуған барлыҡ ир балаларын һәләк иткән саҡта, исраилдарҙыҡын Мин Үҙемә айырып алдым.


сөнки Раббының ҡанунында: «Һәр беренсе тыуған ир бала Раббыға бағышланырға тейеш», – тип яҙылғайны.


Һыйырҙың тәүге үгеҙ быҙауын, һарыҡтың тәүге тәкә бәрәсен Аллаң Раббыға бағышла. Тәүге булып тыуған үгеҙ малыңды эштә файҙаланма, һарыҡтың тәүге бәрәсенең йөнөн ҡырҡма.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan