Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Сығыу 13:11 - Изге Яҙма

11 Раббы һиңә һәм ата-бабаларыңа ант иткәнсә, ҡәнғәниҙәр еренә алып килеп, уны һиңә биргәс,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

11 Раббы һиңә һәм ата-бабаларыңа ант иткәнсә ҡәнғәниҙәр еренә алып килеп, уны һиңә биргәс,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

11 Раббы һиңә һәм ата-бабаларыңа ант иткәнсә, ҡәнғәниҙәр еренә алып килеп, уны һиңә биргәс,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Сығыу 13:11
7 Iomraidhean Croise  

Шул көндө Раббы Ибрам менән килешеү төҙөнө һәм былай тине: – Мысыр йылғаһынан алып бөйөк Евфрат йылғаһына тиклемге ошо ерҙе – ҡыниҙар, ҡынизиҙар, ҡадмониҙар, хиттиҙәр, перизиҙәр, рефалар, әмөриҙәр, ҡәнғәниҙәр, гиргашиҙәр һәм йевусиҙәрҙең бөтә ерен һинең нәҫелеңә бирәсәкмен.


Әле һин килмешәк булып йәшәгән ошо Ҡәнғән ерҙәрен Мин һиңә һәм тоҡомоңа мәңгелек милек итеп бирермен. Мин уларҙың Аллаһы булырмын.


Ҡайҙа ғына барһаң да, Мин һинең менән булырмын; Мин һине һаҡлармын – кире был илгә ҡайтарырмын. Биргән вәғәҙәмде үтәмәйенсә, Мин һине ташламам.


Уларҙы күрә алмаусылар аяуһыҙ иҙҙе, Улар буйһонорға мәжбүр булды.


Раббы һеҙҙе ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр иленә, ата-бабаларығыҙға бирергә ант иткән һөт һәм бал ағып ятҡан ергә, алып килгәс, авив айында бына ошо йоланы үтәгеҙ:


Ҡолдарың Ибраһимды, Исхаҡты һәм Исраилды иҫеңә төшөр. Һин уларға: «Тоҡомоғоҙҙо күктәге йондоҙҙар һымаҡ күп итәм, вәғәҙә иткән ерҙе вариҫтарығыҙға мәңгелек биләмәгә бирәм», – тип Үҙең менән ант иткәйнең.


Был халыҡты ҡарынымда мин йөрөткәнме лә мин тыуҙырғанмы? Бағыусы сабый баланы йөрөткәндәй ҡулыма алып, уны Һин ата-бабаларыбыҙға ант менән вәғәҙә иткән ергә илтергә ниңә ҡушаһың миңә?


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan