Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Сығыу 12:43 - Изге Яҙма

43 Раббы Муса менән Һарунға былай тине: – Бына Ҡотҡарылыу байрамы тураһында ҡағиҙә: бер генә сит кеше лә Ҡотҡарылыу байрамы ризығын ашарға тейеш түгел.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

43 Раббы Муса менән Һарунға былай тине: – Бына Ҡотҡарылыу байрамы тураһында ҡағиҙә: бер генә сит кеше лә Ҡотҡарылыу байрамы ризығын ашарға тейеш түгел.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

43 Раббы Муса менән Һарунға былай тине: – Бына Ҡотҡарылыу байрамы тураһында ҡағиҙә: бер генә сит кеше лә Ҡотҡарылыу байрамы ризығын ашарға тейеш түгел.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Сығыу 12:43
9 Iomraidhean Croise  

Әфраим һәм Менашше, Исасхар һәм Зевулун ырыуҙарынан килгәндәрҙең күбеһе таҙарынмаған булһа ла, ҡанунда яҙылғанға ҡаршы килеп, Ҡотҡарылыу байрамы бәрәсен ашай. Ләкин Хизкияһ улар өсөн доға ҡылып: «Эй игелекле Раббы! Ата-бабаларының Аллаһы Раббыға бөтөн күңеле менән ынтылған һәр кемде, улар Изге торлаҡ ҡануны буйынса тейешенсә таҙарынып килмәгән булһалар ҙа, ғәфү итә күр!» – ти.


Уны ошолай ашағыҙ: билегеҙ быуылған, аяғығыҙға кейелгән булһын. Таяғығыҙ ҡулығыҙҙа көйө, юлға әҙер булып, ашығып-ҡабаланып ашағыҙ уны. Был – Раббы хөрмәтенә үткәрелә торған Ҡотҡарылыу байрамының ҡорбаны.


Арағыҙҙа төйәкләнгән килмешәк Раббы хөрмәтенә Ҡотҡарылыу байрамында ҡатнашырға теләһә, ғаиләһендәге һәр бер ир-ат сөннәтләнһен. Шунан һуң ғына ул ерле исраилдар кеүек һаналыр. Сөннәте булмаған бер кем дә ул итте ашамаһын.


Минең ризығымды – эс майын һәм ҡан килтергән ваҡытта Изге торлағыма йөрәге һәм тәне сөннәтләнмәгән сит халыҡтарҙы индереп, ҡорамымды нәжесләнегеҙ! Ерәнгес эштәрегеҙ менән килешеүемде боҙҙоғоҙ.


Килтерелгән изге ризыҡты ҡаһиндың ғаиләһенән башҡа бер кеше лә ашарға тейеш түгел; ҡаһиндың ҡунағы ла, ялсыһы ла изге ризыҡты ашамаһын.


Әммә балаһыҙ килеш тол ҡалып йәки иренән айырылып атаһы йортона кире ҡайтҡан ҡаһин ҡыҙы үҫмер сағындағы һымаҡ атаһының ризығын ашар. Ә сит кешеләрҙән бер кем дә ашамаһын.


Әгәр арағыҙҙа йәшәгән килмешәк Раббының Ҡотҡарылыу байрамын билдәләргә теләһә, Ҡотҡарылыу байрамының ҡағиҙәләре һәм йолаларына ярашлы үткәрһен. Килмешәктәргә лә, ерле халыҡҡа ла ҡағиҙә бер үк булһын.


Элек һеҙ Мәсихһеҙ, Исраил йәмғиәтендә булмайынса, Алла тарафынан бирелгән вәғәҙәгә нигеҙләнгән килешеүҙән ситләтелеп, донъяла өмөтһөҙ һәм Аллаһыҙ йәшәй инегеҙ.


Бына бер Алла бәндәһе килеп, Ғәлигә былай тине: – Раббы әйтә: «Ата-бабаң нәҫеленә Мысырҙа фирғәүенгә ҡол булған саҡтарында уҡ асылманыммы ни Мин?


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan