Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Сығыу 12:16 - Изге Яҙма

16 Беренсе һәм етенсе көндә изге йыйын үткәрелһен. Был ике көндә һис кем бер нәмә лә эшләмәһен, бары тик үҙенә ризыҡ ҡына әҙерләргә мөмкин.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

16 Беренсе һәм етенсе көндә изге йыйын үткәрелһен. Был ике көндә һис кем бер нимә лә эшләмәһен, бары тик үҙенә ризыҡ ҡына әҙерләргә мөмкин.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

16 Беренсе һәм етенсе көндә изге йыйын үткәрелһен. Был ике көндә һис кем бер нәмә лә эшләмәһен, бары тик үҙенә ризыҡ ҡына әҙерләргә мөмкин.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Сығыу 12:16
21 Iomraidhean Croise  

Муса уларға: – Быны Раббы шулай ҡушты: иртәгә – шәмбе, Раббыға бағышланған изге ял көнө. Бөгөн теләгәнсә бешерегеҙ, теләгәнсә төшөрөгөҙ, артҡанын иртәгәгә ҡалдырығыҙ, – тине.


Ҡарағыҙ, Раббы һеҙгә шәмбе көнөн бирҙе. Шуға ла аҙнаның алтынсы көнөндә һеҙгә ике көнлөк икмәк ебәрә. Етенсе көндө һәр кем үҙ өйөндә ҡалһын, бер ергә лә бармаһын.


Ә алтынсы көндө йыйғандарын әҙерләй башлағас, ул башҡа көндәрҙәгенән ике тапҡырға күберәк булыр.


ә етенсе көн – шәмбе – Аллаң Раббыға бағышланған ял көнө. Был көндө бер кемгә лә эшләргә ярамай – үҙең дә, улың да, ҡыҙың да, ҡолоң да, ҡолиәң дә, малың да, арағыҙҙа йәшәгән килмешәк тә – бер нәмә лә эшләмәгеҙ.


Мин һеҙгә ҡушҡанса, авив айының тәғәйен ваҡытында ете көн сөсө икмәк ашап, Сөсө икмәк байрамын үткәрегеҙ. Сөнки авив айында Мысырҙан сыҡтығыҙ.


Ҡорбандарығыҙҙың хәжәте юҡ. Ерәнгес Миңә төтәҫләгән хуш еҫтәрегеҙ! Яңы ай байрамдары, шәмбе көндәрегеҙгә, Изге йыйындарығыҙға – Енәйәтсел йыйындарығыҙға түҙә алмайым!


Шул уҡ көндө изге йыйын иғлан итегеҙ һәм көндәлек эштәрегеҙҙе башҡармағыҙ. Ҡайҙа ғына йәшәһәгеҙ ҙә, был һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә булһын.


– Шул етенсе айҙың унынсы көнө – Гонаһтарҙан пакланыу көнө. Изге йыйын булыр ул һеҙҙең өсөн. Нәфсегеҙҙе тыйығыҙ, Раббыға ут ҡорбаны килтерегеҙ.


Тәүге көндә изге йыйын булыр. Көндәлек эштәрегеҙҙе башҡармағыҙ.


Тәүге көндө изге йыйын үткәрегеҙ, көндәлек эштәрегеҙҙе эшләмәгеҙ.


Етенсе көндө изге йыйын үткәрегеҙ, көндәлек эштәрегеҙҙе эшләмәгеҙ.


Аҙналар байрамының беренсе көнөндә, тәүге уңыштар көнөндә, Раббыға яңы икмәк саҙаҡаһы килтергәндә, изге йыйын үткәрегеҙ, көндәлек эштәрегеҙҙе башҡармағыҙ.


Етенсе айҙың беренсе көнөндә изге йыйын үткәрегеҙ, көндәлек эштәрегеҙҙе эшләмәгеҙ. Был көн һеҙҙә борғо ҡысҡыртыу көнө булһын.


Етенсе айҙың ун бишенсе көнөндә изге йыйын үткәрегеҙ. Бер нәмә лә эшләмәгеҙ, ете көн буйы Раббы байрамын билдәләгеҙ.


Был хәлдәр йома көнө булды. Йәһүдтәр язалап үлтерелгәндәрҙең кәүҙәләрен шәмбегәсә арҡысаҡта ҡалдырырға теләмәне, сөнки шәмбе бөйөк байрам көнө ине. Шунлыҡтан, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған кешеләрҙең үлемдәрен йәһәтләү өсөн, Пилатостан уларҙың аяҡтарын һындыртыуын һоранылар. Шулай итеп мәйеттәрҙе ваҡытында арҡысаҡтан төшөрә алырҙар ине.


Алты көн буйы сөсө икмәк аша. Ә етенсе көндө Аллаң Раббы өсөн изге йыйын ойоштор һәм бер нәмә лә эшләмә.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan