Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Сығыу 12:15 - Изге Яҙма

15 Ете көн буйы сөсө икмәк ашағыҙ. Тәүге көндән үк өйөгөҙҙән әсетке китһен. Ошо ете көн эсендә әсе икмәктән ауыҙ иткән һәр кем Исраил халҡы араһынан ҡыуылыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

15 Ете көн буйы сөсө икмәк ашағыҙ. Тәүге көндән үк өйөгөҙҙән әсетке китһен. Ошо ете көн эсендә әсе икмәктән ауыҙ иткән һәр кем Исраил халҡы араһынан ҡыуылыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

15 Ете көн буйы сөсө икмәк ашағыҙ. Тәүге көндән үк өйөгөҙҙән әсетке китһен. Ошо ете көн эсендә әсе икмәктән ауыҙ иткән һәр кем Исраил халҡы араһынан ҡыуылыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Сығыу 12:15
28 Iomraidhean Croise  

Ә сөннәтләнмәгән ир-егет халҡы араһынан ҡыуылыр, Минең менән булған килешеүҙе боҙған өсөн булыр был.


Йәрүсәлимгә йыйылған исраилдар ете көн буйы Сөсө икмәк байрамын билдәләй, күңел аса, левиҙәр менән ҡаһиндар, көн һайын уйын ҡоралдарында уйнап, Раббыны данлай.


Ете көн буйы шатлана-шатлана Сөсө икмәк байрамын билдәләнеләр, сөнки Раббы уларға ҡыуаныс бирҙе – Ашшур батшаһының илтифатын ҡаҙандырҙы һәм батша Исраил Аллаһының йортон һалыуға булышлыҡ күрһәтте.


Итте шул уҡ төндө утта ҡурып, сөсө икмәк, әскелтем үләндәр ҡушып ашаһындар.


– Мысырҙан – ҡоллоҡ йортонан ҡотолған ошо көндө иҫегеҙҙә тотоғоҙ, – тине Муса халыҡҡа. – Сөнки был көндө Раббы Үҙенең ҡөҙрәтле ҡулы менән һеҙҙе ул ерҙән алып сыҡты. Ул көндө әсе ҡамырҙан бешерелгән икмәк ашамағыҙ.


Һеҙгә ҡушҡанымса, авив айының тәғәйен көндәрендә ете көн сөсө икмәк ашап, Сөсө икмәк байрамын билдәлә. Сөнки ошо айҙа Мысырҙан сыҡтығыҙ. Бер кем дә Минең хозурыма буш ҡул менән килмәһен.


Үҙе өсөн ошондай ҡатнашма эшләгән йәки уны бүтәндәргә һөрткән һәр кем халҡы араһынан ҡыуылыр».


Еҫен үҙе еҫкәр өсөн бындай ҡатнашма эшләгән һәр кем халҡы араһынан ҡыуылыр.


Шәмбене һаҡлағыҙ: ул һеҙҙең өсөн изге. Шәмбене боҙған кеше үлемгә дусар ителергә тейеш, шәмбе көнө эшләгән һәр кем халҡы араһынан ҡыуылыр.


Мин һеҙгә ҡушҡанса, авив айының тәғәйен ваҡытында ете көн сөсө икмәк ашап, Сөсө икмәк байрамын үткәрегеҙ. Сөнки авив айында Мысырҙан сыҡтығыҙ.


Миңә килтерелгән ҡорбандың ҡанын әсе икмәк менән бергә тәҡдим итмә. Ҡотҡарылыу байрамына килтерелгән ҡорбан иртәнсәккә тиклем ҡалмаһын.


Әгәр ҙә Исраил халҡынан йәки араларында йәшәгән килмешәктәрҙән берәйһе ҡан ейһә, Мин был кешегә ҡаршы буласаҡмын һәм халҡы араһынан ҡыуасаҡмын.


Һәр йән эйәһенә уның ҡаны йәшәү бирә. Шуға күрә Мин Исраил халҡына: «Һис бер йән эйәһенең ҡанын еймәгеҙ», – тинем. Сөнки һәр йән эйәһенең йәне – ҡанында. Ҡан ейгән һәр кем халҡы араһынан ҡыуылыр.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһына ҡорбан килтереп тә, ошо залимлыҡты ҡылған кешене, уның кем булыуына ҡарамаҫтан, Раббы Яҡуп сатырҙарынан ҡыуып ебәрһен.


Ул айҙың ун бишенсе көнө байрам булһын, ете көн буйы сөсө икмәк ашағыҙ.


Ә инде пак булған, алыҫ юлда булмаған кеше Ҡотҡарылыу байрамын үткәрмәһә, халҡы араһынан ҡыуылһын, сөнки ул тейешле ваҡытта Раббыға саҙаҡа бирмәне, ул кеше гонаһының язаһын аласаҡ.


Шунда улар Ғайсаның икмәк әсеткеһенән түгел, ә фарисейҙар һәм саддукейҙар тәғлимәтенән һаҡланырға ҡушҡанын аңланылар.


Шул арала меңәрләгән кеше йыйылды, улар бер-береһен ҡыҫырыҡланы. Ғайса иң тәүҙә Үҙенең шәкерттәренә ҡарап һүҙ башланы: – Фарисейҙар әсеткеһенән, йәғни ике йөҙлөлөктән һаҡ булығыҙ.


Байрам көндәре тамамланғас, Йософ менән Мәрйәм ҡайтыр юлға сыҡты, ә үҫмер Ғайса Йәрүсәлимдә торҙо ла ҡалды. Атаһы менән әсәһе быны һиҙмәне,


Быға йәһүдтәрҙең ҡәнәғәт ҡалғанын күреп, Петрусты ла ҡулға алды. Был ваҡиға Сөсө икмәк байрамы көндәрендә булды.


Һеҙҙең аралағы баш ҡатырып йөрөүселәрҙе сөннәтләү урынына тулыһынса бестереп ырғытһындар ине.


Ҡорбан ите менән бергә әсетеп бешерелгән икмәк ашама. Һин Мысырҙан бик ашығыс сығып киттең һәм, был көндө ғүмер буйы иҫтә тотоу өсөн, ете көн буйы сөсө ҡамырҙан бешкән икмәк – «хәсрәт икмәге» аша.


Ҡотҡарылыу байрамы ҡорбанын Аллаң Раббының һеҙгә бирәсәк ҡалаларының теләһә ҡайһыһында килтерә алмайһың.


Алты көн буйы сөсө икмәк аша. Ә етенсе көндө Аллаң Раббы өсөн изге йыйын ойоштор һәм бер нәмә лә эшләмә.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan