Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Сығыу 12:1 - Изге Яҙма

1 Мысыр ерендә Раббы Муса менән Һарунға былай тине:

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Мысыр ерендә Раббы Муса менән Һарунға былай тине:

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

1 Мысыр ерендә Раббы Муса менән Һарунға былай тине:

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Сығыу 12:1
17 Iomraidhean Croise  

Хәҙер инде уны иренә кире ҡайтар, ул – пәйғәмбәр, доға ҡылһа, иҫән ҡалырһың. Тик бел: әгәр ҡатынды кире ҡайтармаһаң, үҙең дә, бөтә туған-тыумасаң да үлеп бөтәсәк.


Шул ваҡытта унда булған исраилдар Ҡотҡарылыу байрамын билдәләйҙәр һәм ете көн буйы Сөсө икмәк байрамын үткәрәләр.


Муса менән Һарун бөтә был мөғжизәләрҙе фирғәүен алдында күрһәтте. Ләкин фирғәүен, Раббы уны тиҫкәреләндергәнгә күрә, һаман ҡарышты, Исраил халҡына Мысырҙан китергә рөхсәт итмәне.


Ә һин халыҡҡа әйт, ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа күршеләренән алтын-көмөш әйберҙәр һорап алһын.


Тәүге айҙың ун дүртенсе кисенән башлап егерме беренсе кисенә тиклем сөсө икмәк ашағыҙ.


– Был ай һеҙҙең өсөн йылдың тәүге айы, йыл башы булһын.


Раббы Мусаға былай тине:


– Беренсе айҙың тәүге көнөндә Изге торлаҡты – Осрашыу сатырын ҡор.


Беренсе айҙың ун дүртенсе көнөндә һеҙҙең Ҡотҡарылыу байрамы булыр. Уны ете көн байрам итегеҙ, ошо ваҡыт дауамында сөсө икмәк ашағыҙ.


Беренсе айҙың ун дүртенсе көнөндә – Раббы хөрмәтенә Ҡотҡарылыу байрамы.


– Билдәләнгән ваҡытта исраилдар Ҡотҡарылыу байрамын үткәрһен.


Ошо айҙың ун дүртенсе көнөндә эңер төшкәс уҙғарығыҙ уны, бөтә ҡағиҙәләр, йолалар буйынса байрам итегеҙ.


Беренсе айҙың ун дүртенсе көнөндә, эңер төшкәс, Синай сүлендә Ҡотҡарылыу байрамын билдәләнеләр. Исраилдар бөтәһен дә Раббы Мусаға ҡушҡанса башҡарҙы.


Ике көндән һуң Ҡотҡарылыу һәм Сөсө икмәк байрамы булырға тейеш ине. Баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре, Ғайсаны хәйлә менән ҡулға алып, үлтереү әмәлен эҙләне.


Ҡотҡарылыу байрамы тип тә аталған Сөсө икмәк байрамы яҡынлашты.


Һируд Петрусты төрмәгә яптырҙы һәм дүртәр ғәскәриҙән торған дүрт төркөмдө ҡарауыл һағына ҡуйҙы. Ҡотҡарылыу байрамынан һуң уны халыҡ алдына сығарып хөкөм итергә ниәтләне.


Бына бер Алла бәндәһе килеп, Ғәлигә былай тине: – Раббы әйтә: «Ата-бабаң нәҫеленә Мысырҙа фирғәүенгә ҡол булған саҡтарында уҡ асылманыммы ни Мин?


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan