Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Сефанъяһ 2:3 - Изге Яҙма

3 Раббыны эҙләгеҙ, Илдең итәғәтле әҙәмдәре, Раббы ҡанундарын үтәүселәр, Хаҡлыҡ эҙләгеҙ, Тыйнаҡ булығыҙ – Бәлки, Раббының асыу көнөндә Боҫоп ҡалыу һеҙгә насип булыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

3 Раббыны эҙләгеҙ, Илдең итәғәтле әҙәмдәре, Раббы ҡанунындарын үтәүселәр, Хаҡлыҡ эҙләгеҙ, Тыйнаҡ булығыҙ – Бәлки, Раббының асыу көнөндә Боҫоп ҡалыу һеҙгә насип булыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

3 Раббыны эҙләгеҙ, Илдең итәғәтле әҙәмдәре, Раббы ҡанундарын үтәүселәр, Хаҡлыҡ эҙләгеҙ, Тыйнаҡ булығыҙ – Бәлки, Раббының асыу көнөндә Боҫоп ҡалыу һеҙгә насип булыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Сефанъяһ 2:3
44 Iomraidhean Croise  

Дауыт яуап бирҙе: – Бала иҫән саҡта ураҙа тотоп, илауымдың сәбәбе шул: бәлки, Раббы миңә шәфҡәт ҡылыр ҙа бала иҫән ҡалыр, тип уйлағайным.


Хәтерлә мине лә, Раббы, халҡыңа хуш күңел менән ҡарағанда; Уларҙы ҡотҡарғанда мине лә ҡайғырт.


Сөнки Раббы Үҙ халҡын хуш күрә, Баҫалҡыларҙы еңеү менән данлай.


Һыуҙары шаулап ташҡанда ла, Тулҡынынан тауҙар тетрәһә лә. Села


Йырсылар етәксеһенә: «Һәләк итмә» көйөнә. Дауыттың шиғыры.


Бөтөнләйгә юғалдымы тоғро мөхәббәте? Вәғәҙәләре мәңгегә тамам булырмы?


Мәҙхиә. Шәмбе көнө өсөн йыр.


һеҙ уларға: «Был – Ҡотҡарылыу байрамында Раббыға килтерелә торған ҡорбан. Сөнки Раббы мысырҙарҙы ҡазалаған саҡта исраилдарҙың өйҙәрен ситләтеп үтте. Раббы мысырҙарҙы үлтерҙе, беҙҙең ғаиләләрҙе ҡотҡарып ҡалды», – тип әйтегеҙ. Шул саҡ халыҡ теҙләнеп сәждә ҡылды.


Раббы исеме – ҡеүәтле ҡәлғә, тәҡүә әҙәм унда ҡасып имен ҡала.


Яҡшылыҡ эшләргә өйрәнегеҙ, Ғәҙеллеккә ынтылығыҙ, Залимдарҙы фашлағыҙ, Етемдең хаҡлығын яҡлағыҙ, Тол ҡатындың хаҡы өсөн көрәшегеҙ!»


Ярлыларҙы ғәҙеллектә хөкөм итер, Ерҙәге мохтаждарҙың дәғүәһен хаҡлыҡ менән ҡарар. Донъяны һүҙе-таяғы менән язалар, Залимдарҙы ауыҙының һулышы менән үлтерер.


Раббы Хакимдың Рухы минең өҫтөмдә, Сөнки Раббы мине мәсехләне; Мохтаждарға һөйөнөслө хәбәр еткерергә, Йөрәге йәрәхәтлеләрҙең яраларын бәйләргә, Әсирҙәргә азатлыҡ иғлан итергә, Тотҡондарға ирек хәбәрен әйтергә тип ебәрҙе.


Мин һине мотлаҡ ҡотҡарасаҡмын, һәм ҡылыстан үткәрелмәҫһең, йәнең үҙеңә яумал булыр, сөнки һин Миңә ышандың“, – тип белдерә Раббы».


Ә һин үҙең өсөн артыҡ күпте һорайһың. Һорама! Сөнки бөтә йән эйәләренә һәләкәт ебәрәсәкмен, – тип белдерә Раббы. – Әммә һин ҡайҙа ғына барһаң да, йәнеңде һаҡлап ҡалырмын, ғүмерең үҙеңә яумал булыр».


Һеҙ ҡала диуарының емереклектәренә сығып ҡараманығыҙ, Раббы көнөндә буласаҡ алышта ныҡ торор өсөн Исраил йортоноң диуарҙарын нығытманығыҙ.


Хаҡлыҡ хаҡына сәсегеҙ, мөхәббәт урырһығыҙ. Сиҙәм ерҙе күтәрегеҙ, Сөнки Раббыны эҙләргә ваҡыт: Ул килер ҙә һеҙҙең өҫкә Ямғыр итеп хаҡлыҡ яуҙырыр.


Исраилдың тәкәбберлеге Үҙенә ҡаршы шаһитлыҡ ҡыла. Ләкин улар Аллалары Раббыға ҡайтманы, Хатта Уны эҙләмәне.


Кем белә, бәлки, шул саҡ Алла беҙҙе йәлләр ҙә кире уйлар, асыуын баҫыр, һәм беҙ иҫән ҡалырбыҙ».


– Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Дүртенсе, бишенсе, етенсе, унынсы айҙарҙың ураҙалары Йәһүҙә халҡы өсөн ҡыуаныс һәм шатлыҡ тулы байрамға әүерелер. Шуға күрә ғәҙеллек менән именлекте яратығыҙ».


Баҫалҡылар бәхетле, сөнки улар ерҙе мираҫ итеп алыр.


Ниһайәт, имандаштар, Аллаға ҡулай булһын өсөн, нисек йәшәргә кәрәклеген беҙҙән өйрәндегеҙ. Һеҙ шулай йәшәйһегеҙ, әммә беҙ Раббы Ғайса хаҡына тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшеүегеҙҙе үтенеп һорайбыҙ,


һәм һеҙ бөтә Македонияла йәшәгән имандаштарығыҙҙы яратаһығыҙ. Имандаштар, үтенеп һорайбыҙ, бер-берегеҙҙе тағы ла нығыраҡ яратһағыҙ ине.


Хәҡиҡәткә итәғәт итеп, һеҙ, имандаштарығыҙҙы туғандарса эскерһеҙ яратыр өсөн, йәндәрегеҙҙе паклағыҙ, шулай булғас, бер-берегеҙҙе ысын күңелдән яратығыҙ!


ә ысын йөрәктән сыҡҡан, баҫалҡы һәм тыныс холоҡтоң һулымаҫ эске матурлығында булһын. Алла алдында бына шул ҡиммәтле.


Раббыбыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсих мәрхәмәтендә һәм Уны танып белеүҙә даими үҫегеҙ. Уға хәҙер һәм мәңгелек көнөндә лә дан булһын! Амин.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan