Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Сефанъяһ 2:2 - Изге Яҙма

2 Һеҙҙең өҫтән ҡарар ҡылынғансы, Кәбәк кеүек осоп көн үткәнсе, Раббының дәһшәтле ярһыуы, Раббының асыу көнө Өҫтөгөҙгә килеп ябырылғансы йыйылығыҙ!

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

2 Һеҙҙең өҫтән ҡарар ҡылынғансы, Кәбәк кеүек осоп көн үткәнсе, Раббының дәһшәтле ярһыуы, Раббының асыу көнө Өҫтөгөҙгә килеп ябырылғансы йыйылығыҙ!

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

2 Һеҙҙең өҫтән ҡарар ҡылынғансы, Кәбәк кеүек осоп көн үткәнсе, Раббының дәһшәтле ярһыуы, Раббының асыу көнө Өҫтөгөҙгә килеп ябырылғансы йыйылығыҙ!

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Сефанъяһ 2:2
22 Iomraidhean Croise  

Нисә тапҡыр ел осорған һалам һымаҡ, Дауыл елгәргән кәбәк кеүек булдылар?


Ә яуыздар ундай түгел, Ел осорған кәбәк кеүек улар.


Үбегеҙ Уның улын, юҡһа Ул асыуланыр; Тотҡан юлығыҙҙа һәләк булырһығыҙ, Сөнки ярһыуы тиҙ ялҡынланыр. Уға һыйынғандар һәммәһе бәхетле!


Ҡәүемдәр ташҡын һыу ише үкерә! Әммә Алла ажарланһа, улар әллә ҡайҙа ҡасып китер. Тауҙар буйлап ел ҡыуған ашлыҡ кәбәге, Ҡойон өйөрөлткән саң шикелле булырҙар.


Күңелендәге ниәтен ғәмәл ҡылмайынса, Уны ахырына тиклем еткермәйенсә, Раббының асыуы ҡайтмаясаҡ. Киләсәк көндәрҙә һеҙ быны аңларһығыҙ.


Үҙегеҙҙе Мин Раббыға бағышлағыҙ, Йөрәгегеҙҙе сөннәткә ултыртығыҙ, Эй Йәһүҙә халҡы һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәр! Юҡһа ҡылған яуызлыҡтарығыҙ арҡаһында Асыуым ут һымаҡ тоҡаныр, Һис кем һүндерә алмаҫлыҡ булып дөрләр».


Раббының асыуы ҡайнап ташты, Ярһып ҡәһәрен яуҙырҙы. Сионды Ул утҡа тотто, Нигеҙенә тиклем яндырҙы.


Мин Раббы әйтәм икән, әйткәнем бойомға ашыр, кисектерелмәҫ. Эй фетнәсел нәҫел, әйткән һүҙҙәремде һеҙҙең көндәрҙә ғәмәлгә ашырасаҡмын», – тип белдерә Раббы Хаким.


Шуның өсөн улар таңғы томан һымаҡ булыр, Иртәнсәк кипкән ысыҡҡа оҡшап ҡалыр, Ырҙындан ел осорған кәбәктәй ғәйеп булыр, Мөрйәнән сыҡҡан төтөнгә оҡшап ҡалыр.


Уның асыуына кем ҡаршы торор, Ялҡынлы ярһыуына кем сыҙар? Ут һымаҡ түгелә Уның асыуы, Ҡаршыһында ҡаялар ҡыйрала.


Раббының асыу көнөндә Алтын-көмөш уларҙы ҡотҡара алмаҫ, Раббының көнсөллөк уты ерҙе ялмап алыр, Раббы ерҙә йәшәгәндәрҙең барыһын Көтмәгәндә ҡырып һалыр».


«Шуға күрә килеүемде көтөгөҙ, – ти Раббы. – Ул көндө һеҙгә ҡаршы шәһәҙәт ҡылырмын. Минең ҡарарым шулай: Ярһыуымды, уттай асыуымды Өҫтәренә ҡойоп түгер өсөн, Бар ҡәүемдәрҙе, батшалыҡтарҙы йыям, Көнсөллөк утым бөтөн ер йөҙөн ялмап йотор».


Күк менән ер юҡҡа сығыр, әммә Минең һүҙҙәрем бер ваҡытта ла юҡҡа сыҡмаясаҡ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan