Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Римдарға 8:5 - Изге Яҙма

5 Гонаһлы тәбиғәте буйынса йәшәүселәр – нәфселәре буйынса, ә Изге Рух буйынса йәшәүселәр Рух теләге буйынса фекер йөрөтә.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

5 Гонаһлы тәбиғәте буйынса йәшәүселәр шул тәбиғәт теләктәре буйынса ғына фекер йөрөтә, Изге Рух буйынса йәшәүселәр иһә Рух теләге тураһында хәстәрләй.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

5 Гонаһлы тәбиғәте буйынса йәшәүселәр – нәфселәре буйынса, ә Изге Рух буйынса йәшәүселәр Рух теләге буйынса фекер йөрөтә.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Римдарға 8:5
14 Iomraidhean Croise  

Үҙендә Алла Рухы булмаған кеше Рух күрһәткәндәрҙе ҡабул итә алмай, сөнки уларҙы ахмаҡлыҡ тип һанай; аңлай алмай, сөнки былар тураһында Изге Рух ярҙамында ғына фекер йөрөтөргә мөмкин.


Тәндән тыуған – тән; Рухтан тыуған – рух.


Әммә һеҙҙә Алла Рухы йәшәй икән, тимәк, һеҙ гонаһлы тәбиғәтегеҙ буйынса түгел, ә Рух буйынса йәшәйһегеҙ. Әгәр берәйһендә Мәсих Рухы юҡ икән, тимәк, ул кеше Мәсихтеке түгел.


Әммә Ғайса шәкерттәренә боролоп ҡараны ла Петрусты: – Кит янымдан, Иблис! Һин Алла уйлағанса түгел, әҙәмсә фекерләйһең, – тип тыйып ҡуйҙы.


Беҙ был донъяла йәшәһәк тә, донъя алымдары ҡулланып көрәшмәйбеҙ.


Был бигерәк тә, үҙҙәренең бысраҡ аҙғынлығына буйһоноп, Раббы хакимлығын кәмһетеүселәргә ҡағыла. Улар – әҙәпһеҙ һәм үҙһүҙле кешеләр. Улар күктәге көстәргә яла яғыуҙан да ҡурҡмай.


Яҡтылыҡ емеше һәр төрлө изгелектән, ғәҙеллектән һәм хәҡиҡәттән тора.


Турпаҡтан яратылған ниндәй булһа, ерҙекеләр шундай. Күктән Булған ниндәй, күктекеләр шундай.


Гонаһлы тәбиғәтегеҙ – Рухҡа, ә Рух гонаһлы тәбиғәтегеҙгә ҡаршы булғанды теләй. Улар бер-береһенә ҡаршы тора, шуға күрә һеҙ үҙегеҙ теләгәндәрҙе үтәй алмайһығыҙ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan