Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Римдарға 8:2 - Изге Яҙма

2 сөнки йәшәү биреүсе Изге Рух ҡануны һине Ғайса Мәсих аша гонаһ һәм үлем ҡанунынан азат итте.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

2 Сөнки тормош биреүсе Рух ҡануны һине Ғайса Мәсих аша гонаһ һәм үлем ҡанунынан азат итте.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

2 сөнки йәшәү биреүсе Изге Рух ҡануны һине Ғайса Мәсих аша гонаһ һәм үлем ҡанунынан азат итте.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Римдарға 8:2
29 Iomraidhean Croise  

Йән эйәләре йөрөгәндә, тәгәрмәстәр ҙә бара. Йән эйәләре туҡтағанда, былар ҙа туҡтай. Йән эйәләре ерҙән күтәрелгәндә, тәгәрмәстәр күтәрелә, сөнки йән эйәләренең рухы тәгәрмәстәрҙә ине.


Ғайса: – Әгәр ҙә һин Алла бүләгенең нимә икәнен һәм үҙеңдән: «Миңә эсергә һыу бир әле», – тип һораусының кем икәнлеген белһәң, үҙең Унан һорар инең һәм Ул һиңә тере һыу бирер ине, – тип яуапланы.


ә Мин биргән һыуҙы эскән кеше бер ҡасан да һыуһамаҫ. Мин биргән һыу ул кешелә мәңгелек тормошҡа аға торған шишмәгә әүереләсәк.


Бары тик Рух ҡына йәшәү бирә, кеше бында көсһөҙ. Минең һеҙгә һөйләгән һүҙҙәрем дә Рухтан килә һәм йәшәү бирә.


Ана шунда хәҡиҡәтте белерһегеҙ, хәҡиҡәт иһә һеҙҙе азат итер, – тине.


Шуға күрә, әгәр ҙә Ата Улы һеҙҙе азат итһә, һеҙ ысындан да ирекле буласаҡһығыҙ.


Минең менән бергә Ғайса Мәсихкә хеҙмәт иткән Прискилла менән Акуласҡа сәләм әйтегеҙ.


Шулай итеп, нимәбеҙ менән маҡтана алабыҙ һуң? Бер ни менән дә. Был ниндәй ҡанун менән башҡарылды? Эш талап иткән ҡанун менәнме? Юҡ, иман ҡануны менән.


Шулай итеп, үҙ ваҡытында кешеләрҙе үлемгә дусар итеп, улар өҫтөнән гонаһ хакимлыҡ иткән булһа, хәҙер Алланың мәрхәмәте лә хаҡлыҡ менән хакимлыҡ итер һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша кешеләрҙе мәңгелек тормошҡа килтерер.


Ул саҡта гонаһ өҫтөгөҙҙән хакимлыҡ итмәҫ, сөнки һеҙ ҡанун аҫтында түгел, ә Алла мәрхәмәте аҫтында йәшәйһегеҙ.


Гонаһтан азат ителеп, тәҡүәлектең ҡолдары булдығыҙ.


Әммә инде гонаһтан азат ҡылынып Алла ҡолдары булғас, бының емеше һеҙҙең өсөн – изгелек, ә һөҙөмтәһе – мәңгелек тормош.


Шулай итеп, үҙем өсөн бына шундай ҡанундың эш итеүен белеп ҡалдым: мин яҡшылыҡ эшләргә теләйем, әммә яманлыҡ ҡылыуҙан арына алмайым.


әммә тәнемдә башҡа бер ҡанундың эш итеүен күрәм. Ул аҡылым хуплаған ҡанунға ҡаршы көрәшә һәм мине үҙемдәге гонаһ ҡанунына буйһондора.


Һеҙҙең менән дә шулай, имандаштарым. Һеҙ Башҡаға, йәғни үленән терелтелгән икенсе Берәүгә тәғәйен булыр өсөн Мәсихтең үлеме аша ҡанун өсөн үлдегеҙ. Ошо арҡала беҙ уңышты Аллаға килтерә алабыҙ.


Шулай итеп, Ғайса Мәсихтә булғандарға хәҙер бер ниндәй ҙә хөкөм юҡ,


Изге Яҙмала былай тип яҙылған бит: «Тәүге кеше – Әҙәм – тере йән эйәһе булды». Ә һуңғы Әҙәм тормош биреүсе Рух булды.


Раббы – ул Рух, ә Раббы Рухы булған ерҙә – азатлыҡ.


Ул беҙгә яңы килешеү хеҙмәтселәре булыу һәләтен бирҙе. Яңы килешеү – яҙылған ҡанунға түгел, ә Рухҡа нигеҙләнгән, сөнки яҙылған ҡанун үлтерә, Рух иһә йәшәү бүләк итә.


Алла өсөн йәшәйем тип, мин ҡанун аша ҡанунға ҡарата үлдем. Мәсих менән бергә арҡысаҡҡа ҡаҙаҡландым.


Мәсих беҙҙе ирекле булыр өсөн азат итте, шуға күрә ныҡ булығыҙ, үҙегеҙҙе ҡабаттан ҡоллоҡ ҡалыбына дусар итмәгеҙ.


Бер-берегеҙгә тормоштоң ауыр йөгөн күтәрешегеҙ – шулай итеп Мәсих ҡанунын үтәрһегеҙ.


Ә кем, азатлыҡ килтерә торған камил ҡанунға төшөнөп, уға тоғро ҡала, ишеткәнен онотмайынса башҡара, ул кеше үҙенең эштәрендә бәхетле буласаҡ.


Әммә өс көн ярымдан һуң уларға Алланан йәшәү рухы инде һәм улар аяҡтарына баҫты. Уларҙы күргәндәрҙе оло ҡурҡыу алды.


Шунан һуң фәрештә миңә Алланың һәм Бәрәстең тәхетенән ағып сыҡҡан, гәлсәр һымаҡ ялтырап торған тере һыу йылғаһын күрһәтте.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan