Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Римдарға 7:7 - Изге Яҙма

7 Инде нимә тип әйтәйек? Ҡанун үҙе гонаһмы ни? Әлбиттә, юҡ! Әммә ҡанун булмаһа, мин гонаһтың нимә икәнен дә белмәҫ инем. Әгәр ҡанунда: «Көҫәмә!» тигән тыйыу булмаһа, көҫәүҙең нимә икәнлеген дә белмәҫ инем.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

7 Ни тип әйтергә һуң? Ҡанун гонаһ буламы ни? Әлбиттә, юҡ! Ҡанун булмаһа, гонаһтың нимә икәнен дә белмәҫ инем. Әгәр ҡанунда: «Башҡаныҡына нәфсеңде һуҙма» тигән тыйыу булмаһа, нәфсенең нимә икәнлеген белмәҫ тә инем.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

7 Инде нимә тип әйтәйек? Ҡанун үҙе гонаһмы ни? Әлбиттә, юҡ! Әммә ҡанун булмаһа, мин гонаһтың нимә икәнен дә белмәҫ инем. Әгәр ҡанунда: «Көҫәмә!» тигән тыйыу булмаһа, көҫәүҙең нимә икәнлеген дә белмәҫ инем.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Римдарға 7:7
30 Iomraidhean Croise  

Ҡатын күрҙе: ағастың емешен ашағы килеп тора. Улар ҡарар күҙгә күркәм, өҫтәүенә, аң-белем биреүе менән ҡыҙыҡтыра. Шуға күрә ул бер емеште алды ла ашаны. Шунан янындағы иренә лә бирҙе, ул да ашаны.


Бер кисте Дауыт, түшәгенән тороп, һарайының башына йөрөргә сыҡты һәм унан һыу ҡойонған бер ҡатынды күреп ҡалды. Ул ҡатын ғәжәп сибәр ине.


Яҡыныңдың өйөн көҫәмә, уның ҡатынын да, ҡолон да, ҡолиәһен дә, үгеҙен дә, ишәген дә – бер нәмәһен дә көҫәмә.


Кеше баҫыуына күҙе төшһә – баҫып ала, Өй теләһә, хужаһын да, Ғаиләһен дә аяп тормай – тартып ала, Кешене мираҫ еренән мәхрүм итә.


Ә Мин һеҙгә әйтәм: ҡатын-ҡыҙға енси теләк менән ҡараған кеше күңелендә уның менән инде зина ҡылған була.


Шунан барыһына ла былай тине: – Ҡомһоҙлоҡтан һаҡланығыҙ, кеше нисек кенә бай булмаһын, ғүмере байлыҡҡа бәйле түгел.


Ул килеп йөҙөм үҫтереүселәрҙе үлтерер, ә баҡсаны башҡаларға бирер. Быны ишеткәндәр: – Улай булып ҡуймаһын инде! – тиештеләр.


Мин һис кемдең алтын-көмөшөнә лә, кейеменә лә ҡыҙыҡманым.


«Зина ҡылма, кеше үлтермә, урлашма, башҡаныҡын көҫәмә» һәм башҡа төрлө бойороҡтар, бер һүҙ менән әйткәндә, «яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат» тигәнде аңлата.


Ҡанун талаптарын үтәү менән Алла алдында бер кем дә аҡлана алмай бит, ә ҡанун аша гонаһтың нимә икәнлеген төшөнәбеҙ.


Әгәр ҙә ғәҙелһеҙлегебеҙ Алла ғәҙеллеген асығыраҡ күрһәтә икән, ни тип әйтербеҙ? Алла асыуын яуҙырһа, Ул ғәҙел булмай сығамы? (Мин әҙәмсә фекер йөрөтөп әйтәм.)


Халҡыбыҙҙың тәүатаһы Ибраһим тураһында нимә әйтә алабыҙ? Ул нимәгә өлгәште?


Ҡанун үҙе менән Алланың асыуын алып килә. Әммә ҡанун булмаған ерҙә ҡанунды боҙоу ҙа булмай.


Ҡанун иһә енәйәт артһын өсөн кертелгән, әммә гонаһ күп булған ерҙә Алла мәрхәмәте тағы ла нығыраҡ артҡан.


Ниндәй һығымта яһарға мөмкин? Ҡанун аҫтында түгел, ә Алла мәрхәмәте аҫтында йәшәгәнгә күрә, гонаһ ҡылһаҡ та ярай, типме ни? Әлбиттә, юҡ!


сөнки гонаһ, ошо бойороҡтан файҙаланып, мине алданы һәм уның аша үлтерҙе.


Шулай итеп, был яҡшы нәмә миңә үлем килтерҙеме ни? Әлбиттә, юҡ! Әммә гонаһ, гонаһ булып танылһын өсөн, яҡшы нәмә арҡылы миңә үлем килтерҙе. Тимәк, бойороҡ арҡаһында гонаһтың ни тиклем яман икәнлеге күренде.


Гонаһлы тәбиғәтебеҙ хакимлығы аҫтында йәшәгән сағыбыҙҙа ҡанун беҙҙә гонаһлы нәфселәрҙе уятты, һәм улар тәнебеҙҙә үҙ емештәрен бирә башланы, ә ул емештәрҙең аҙағы – үлем ине.


Әммә гонаһ, ошо бойороҡтан файҙаланып, миндә төрлө нәфселе теләктәр уятып ебәрҙе, ә ҡанун булмағанда гонаһ үле.


Үлемдең ҡаяуы – гонаһ, һәм гонаһтың көсө – ҡанун.


Алланың изге халҡы булып йәшәгеҙ, аҙғынлыҡ, шаҡшылыҡ һәм һәр төрлө ҡомһоҙлоҡ тураһында арағыҙҙа һүҙ ҙә булырға тейеш түгел.


Яҡыныңдың ҡатынын көҫәмә. Уның өйөн дә, баҫыуын да, ҡолон да, ҡолиәһен дә, үгеҙен дә, ишәген дә – бер нәмәһен дә көҫәмә».


Шулай булғас, үҙегеҙҙең донъяуи теләктәрегеҙҙе: енси аҙғынлыҡты, әшәкелекте, нәфсене, яман теләктәрҙе һәм ялған илаһтарға табыныуға тиң булған ҡомһоҙлоҡто бөтөрөгөҙ.


Алланы танымаған мәжүсиҙәр кеүек аҙғын нәфсегә юл ҡуймағыҙ.


сөнки ҡанун бер нәмәне лә камиллыҡҡа алып барып еткермәне. Уның урынына беҙгә яҡшыраҡ нәмә – өмөт бирелде. Уның аша беҙ Аллаға яҡынаябыҙ.


яумал араһында Шинғарҙан килтерелгән зиннәтле ябынса, ике йөҙ шекеллек көмөш һәм илле шекеллек алтын киҫәге күреп ҡалдым да уларға күҙем ҡыҙҙы. Мин уларҙы үҙемә алдым. Улар бөтәһе лә сатырымда ергә күмелгән; көмөш иң аҫта ята.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan