Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Римдарға 3:3 - Изге Яҙма

3 Ҡайһы берәүҙәр Аллаға тоғролоҡ һаҡламаһа, ул ваҡытта ни булыр? Тоғро булмауҙары Алланың тоғролоғон юҡҡа сығарырмы?

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

3 Шулай булғас, ҡайһы берәүҙәр Аллаға тоғролоҡ һаҡламаған икән, ул ваҡытта ни булыр? Тоғро түгеллектәре Алланың тоғролоғон юҡҡа сығарырмы?

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

3 Ҡайһы берәүҙәр Аллаға тоғролоҡ һаҡламаһа, ул ваҡытта ни булыр? Тоғро булмауҙары Алланың тоғролоғон юҡҡа сығарырмы?

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Римдарға 3:3
19 Iomraidhean Croise  

Халҡың Һиндә ҡыуаныс тапһын тип, Беҙҙе ҡабат терелтмәҫһеңме ни?


Минең ауыҙымдан сыҡҡан һүҙ ҙә шулай булыр. Миңә буп-буш кире ҡайтмаҫ, Теләгәнемде ғәмәлгә ашырыр, Нимәгә ебәргәнмен, шуны башҡарыр».


Алла кеше түгел, Ул алдамай, Һүҙенән кире ҡайтырға әҙәм түгел. Ул һөйләр ҙә эшләмәҫме? Әйткәнен ғәмәл итмәҫме?


Күк менән ер юҡҡа сығыр, әммә Минең һүҙҙәрем бер ваҡытта ла юҡҡа сыҡмаясаҡ.


Уның сикһеҙ мәрхәмәтенән беҙ барыбыҙ ҙа мәрхәмәт өҫтөнә мәрхәмәт алдыҡ.


Әммә Һөйөнөслө Хәбәрҙе бөтөнөһө лә ҡабул итмәне, Ишағыяһ былай ти бит: «Раббым! Беҙ һөйләгән хәбәргә кем ышанды?»


сөнки Алланың бүләктәре лә, саҡырыуы ла кире алынмай.


Әммә, Алла һүҙе ғәмәлгә ашмай ҡалды, тип әйтеп булмай, сөнки Исраил нәҫеленән булғандарҙың бөтөнөһө лә ысын Исраил кешеһе түгел.


Беҙ барыбыҙ ҙа бөркәнсек ябынмайынса Раббының данын көҙгөләге кеүек күрәбеҙ. Беҙ үҫә барған дан менән үҙгәртеләбеҙ һәм Раббыға оҡшағандан-оҡшай барабыҙ. Был үҙгәреү Раббынан килә, ә Раббы ул – Рух.


Беҙ, имандаштар, Аллаға һеҙҙең өсөн һәр ваҡыт лайыҡлы рәүештә рәхмәттәр әйтергә тейешбеҙ, сөнки һеҙҙең иманығыҙ сикһеҙ арта бара һәм һәр берегеҙҙең үҙ-ара һөйөүе үҫә.


Беҙ тоғролоҡ һаҡламаһаҡ та, Ул тоғро булып ҡалыр, сөнки Ул Үҙенән баш тарта алмай, – тигән һүҙҙәр хаҡ.


Был кешеләргә еткерелгән һымаҡ уҡ, Һөйөнөслө Хәбәр беҙгә лә бирелде, әммә уларға Хәбәрҙең файҙаһы теймәне, сөнки улар Хәбәрҙе тыңлаған кешеләр кеүек уны ышанып ҡабул итмәне.


Исраилдың Даны ялған һөйләмәҫ һәм фекерен үҙгәртмәҫ. Фекерен үҙгәртергә Ул әҙәм балаһы түгел.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan