Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Римдарға 16:3 - Изге Яҙма

3 Минең менән бергә Ғайса Мәсихкә хеҙмәт иткән Прискилла менән Акуласҡа сәләм әйтегеҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

3 Минең менән бергә Ғайса Мәсихкә хеҙмәт итеүсе Прискилла менән Акилаға сәләм әйтегеҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

3 Минең менән бергә Ғайса Мәсихкә хеҙмәт иткән Прискилла менән Акуласҡа сәләм әйтегеҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Римдарға 16:3
17 Iomraidhean Croise  

Ул ғибәҙәтханала бик ҡыйыу һөйләй башланы. Прискилла менән Акулас, Аполлостың һөйләгәндәрен ишетеп, уны үҙҙәре янына саҡырып алдылар һәм Алла юлы тураһында тулыраҡ итеп аңлаттылар.


Мәсихкә тоғролоғон иҫбатлаған Апеллесҡа, Аристобулус йортондағыларға сәләм еткерегеҙ.


Улар минең хаҡыма ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйҙы, ул икәүгә мин генә түгел, иманға килгән мәжүсиҙәрҙең бөтә берҙәмлектәре лә рәхмәтле.


Минең менән бергә тотҡонлоҡта булған яҡташтарым Андроникус менән Йүниәгә сәләм тапшырығыҙ. Улар илселәр араһында мөһим урын алып тора, һәм Мәсихкә миңә тиклем үк инанғандар.


Мәсихтә беҙҙең менән хеҙмәт итеүсе Урбаносҡа һәм ҡәҙерле дуҫым Стахусҡа сәләм белдерегеҙ.


Шулай итеп, Ғайса Мәсихтә булғандарға хәҙер бер ниндәй ҙә хөкөм юҡ,


Әгәр Ғайсаны үленән терелткән Алланың Рухы һеҙҙә йәшәй икән, Мәсихте үленән терелткән Алла Үҙенең һеҙҙә йәшәүсе Рухы менән үлемле тәнегеҙгә лә тормош бирәсәк.


сөнки йәшәү биреүсе Изге Рух ҡануны һине Ғайса Мәсих аша гонаһ һәм үлем ҡанунынан азат итте.


Һеҙ үҙегеҙҙе лә шундайҙарға һәм Раббыға хеҙмәт иткән һәр кемгә, арымай-талмай Уға эшләгәндәргә буйһондороғоҙ.


Асия өлкәһендәге берҙәмлектәр һеҙҙе сәләмләй. Акулас менән Прискилла йортонда йыйылған берҙәмлек менән бергә һеҙҙе Раббыла ҡайнар сәләмләй.


Мин Мәсихкә инаныусы бер кешене беләм, ул бынан ун дүрт йыл элек (тик тәнендәме, тәненән башҡамы – белмәйем, ул Аллаға ғына билдәле) күктең өсөнсө ҡатына тиклем күтәреп алынды.


Шулай итеп, кем Мәсихтә, ул яңы зат итеп яратылған. Боронғо тәртип үтте, хәҙер яңы тәртип башланды.


Мәсихкә инаныусыларҙың Йәһүҙиәләге берҙәмлектәре иһә мине күреп белмәйҙәр ине.


Мохтажлыҡ кисергәнемдә һеҙҙең миңә ярҙамға ебәргән вәкилегеҙ, имандашым һәм хеҙмәттәшем, көрәштәшем Әпәфродитосты кире ҡайтарыуҙы кәрәкле тип табам.


Һеҙҙе Юстос ҡушаматлы Йеһошуағ та сәләмләй. Улар – миңә күңел йыуанысы, хеҙмәттәштәрем араһында Алла Батшалығы өсөн минең менән хеҙмәт итеүсе берҙән-бер йәһүдтәр.


Прискилла менән Акуласҡа һәм Онесифоростар ғаиләһенә сәләмемде тапшыр.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan