Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Римдарға 1:5 - Изге Яҙма

5 Барлыҡ халыҡтар Уның исеме хаҡына Аллаға ышанһындар һәм буйһонһындар тип, беҙ Ғайса Мәсих аша мәрхәмәт алдыҡ һәм Уның илсеһе булдыҡ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

5 Уның исемен данлау хаҡына барлыҡ халыҡтар араһынан Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итһендәр һәм Мәсихкә инанһындар өсөн, мин Мәсихтән мәрхәмәт алдым һәм илсе итеп тәғәйенләндем.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

5 Барлыҡ халыҡтар Уның исеме хаҡына Аллаға ышанһындар һәм буйһонһындар тип, беҙ Ғайса Мәсих аша мәрхәмәт алдыҡ һәм Уның илсеһе булдыҡ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Римдарға 1:5
24 Iomraidhean Croise  

Гәрсә көнсығыштан алып көнбайышҡа тиклем Минең исемем халыҡтарҙа данлы булыр. Һәр ерҙә Миңә арнап хуш еҫ төтәтерҙәр, хәләл саҙаҡалар бирерҙәр. Сөнки исемем халыҡтар араһында данлы булыр, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Көтөүендә кәмселекһеҙ иркәк мал була тороп та, нәҙер ҡорбаны итеп бөйөк Хакимға зәғиф мал килтергән алдаҡсыға ләғнәт. Мин – бөйөк батша, исемем халыҡтарҙың ҡотон ала! – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы.


Уның сикһеҙ мәрхәмәтенән беҙ барыбыҙ ҙа мәрхәмәт өҫтөнә мәрхәмәт алдыҡ.


Алланың йәһүд булмаған халыҡтар тураһында хәстәрлек күрһәтә башлап, улар араһынан Үҙ халҡын булдырыуы тураһында Шимғон һөйләне.


Шулай итеп, Алла һүҙе киң таралды, Йәрүсәлимдә шәкерттәр һаны байтаҡҡа артты, хатта ҡаһиндарҙың да бик күптәре иманға килде.


Әммә Раббы уға: – Бар, кит, сөнки Мин был кешене башҡа халыҡтарға, батшаларға һәм Исраил халҡына исемемде танытһын өсөн ҡоралым итеп һайланым.


Алла тарафынан бирелгән мәрхәмәт менән һәр берегеҙгә әйтәм: үҙегеҙ тураһында тейешенән юғарыраҡ фекерҙә булмайынса, һәр кемегеҙ Алла биргән иман күләменән сығып айыҡ фекер йөрөтөгөҙ.


Алла – йәһүдтәрҙең генә Аллаһымы? Башҡа халыҡтарҙыҡы ла түгелме ни? Әлбиттә, башҡа халыҡтарҙыҡы ла,


Әммә хәҙер кем булһам, Алла мәрхәмәте менән мин шул булдым. Ул күрһәткән мәрхәмәт бушҡа китмәне, башҡа илселәрҙең һәммәһенә ҡарағанда ла тырышыбыраҡ хеҙмәт иттем. Хәйер, мин түгел, ә минең менән булған Алла мәрхәмәте хеҙмәт итте.


Башҡалар өсөн, бәлки, илсе түгелмендер, әммә һеҙҙең өсөн – илсемен, сөнки һеҙҙең Раббыла булыуығыҙ илселегемде дәлилләп тора.


Быны Ул беҙҙең, Мәсихкә өмөт бағлаусыларҙың тәүгеләре аша Алланың шөһрәте маҡталһын өсөн эшләне.


Ул быны Үҙенең ғәзиз Улында беҙгә бүләк итеп биргән бөйөк мәрхәмәте маҡталһын өсөн эшләне.


һәм, камиллыҡҡа өлгәшкәндән һуң, Үҙенә тыңлаусан булған бөтөнөһө өсөн дә мәңгелек ҡотолоу сығанағына әйләнде.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan