Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Римдарға 1:1 - Изге Яҙма

1 Ғайса Мәсихтең ҡоло, Уның илсеһе булырға саҡырылған, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен вәғәзләргә һайлап алынған Паулустан сәләм.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

1 Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен вәғәзләү өсөн һайлап ҡуйылған һәм Ғайса Мәсихтең илсеһе булырға саҡырылған ҡоло Павелдан сәләм.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

1 Ғайса Мәсихтең ҡоло, Уның илсеһе булырға саҡырылған, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен вәғәзләргә һайлап алынған Паулустан сәләм.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Римдарға 1:1
73 Iomraidhean Croise  

Ғамрам улдары: Һарун менән Муса. Һарун һәм уның тоҡомо, иң изге әйберҙәрҙе изгеләндереү өсөн, мәңгелеккә айырып алына. Уға һәм уның улдарына Раббы алдында төтәтеү башҡарыу, ғүмер буйы Раббыға хеҙмәт итеү һәм Уның исеменән фатиха биреү бурысы һалына.


Эй диңгеҙ ярҙары, тыңлағыҙ мине! Алыҫ илдәрҙәге халыҡтар, яҡшылап ҡолаҡ һалығыҙ! Раббы мине әсәм ҡарынында сағымдан саҡырҙы, Мин тыумаҫтан алда исемем менән өндәште.


– Әсәң ҡарынында рәүеш биргәнемә тиклем һине белә инем, Тыуғаныңа тиклем һине Үҙем өсөн һайлап алдым, Ҡәүемдәргә пәйғәмбәр итеп тәғәйенләнем.


Яхъя ҡулға алынғандан һуң, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен вәғәзләй-вәғәзләй, Ғайса Галилеяға килде.


Кем Миңә хеҙмәт итергә теләй, шул Миңә эйәрһен. Мин ҡайҙа булһам, хеҙмәтсем дә шунда булыр. Миңә хеҙмәт итеүсегә Атам хөрмәт күрһәтәсәк.


Мин инде һеҙҙе хеҙмәтселәрем тип атамайым, сөнки хеҙмәтсе хужаһының ни эшләгәнен белмәй. Мин һеҙҙе дуҫтарым тип атаным, сөнки Атамдан ишеткәндәремдең барыһын да һеҙгә еткерҙем.


«Хеҙмәтсе үҙенең хужаһынан ҙурыраҡ түгел», – тигән һүҙҙәремде хәтерләгеҙ. Мине эҙәрләгәндәр икән, һеҙҙе лә эҙәрләрҙәр. Минең һүҙемде тотһалар, һеҙҙекен дә тоторҙар.


Әммә Изге Рух менән һуғарылған Шаул, уны Паулус тип тә атайҙар, Әлүмасҡа туп-тура ҡарап:


Ләкин мин үҙ тормошомдоң ҡәҙере өсөн ҡайғырмайым, тик хеҙмәтемде һәм Раббы Ғайсанан ҡабул итеп алған эште – Алланың мәрхәмәте тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан итеү вазифаһын теүәлләп ҡуйырға теләйем.


Ғәскәриҙәр башлығы рөхсәт бирҙе. Паулус баҫҡыста торған килеш халыҡҡа тынысланырға ишара яһаны. Тынлыҡ урынлашҡас, Паулус йәһүд телендә һөйләй башланы.


Раббы миңә: «Бар, Мин һине алыҫҡа, башҡа халыҡтар янына ебәрәм», – тине.


Мин ергә йығылдым һәм: «Шаул, Шаул! Ниңә һин Мине эҙәрлекләйһең?» – тигән тауыш ишеттем.


Агриппас Паулусҡа: – Һиңә үҙеңде яҡлап һөйләргә рөхсәт ителә, – тине. Шунан һуң Паулус ҡулын күтәрҙе лә үҙен яҡлап һөйләй башланы:


Беҙ бөтәбеҙ ҙә ергә йығылдыҡ һәм мин бер тауыш ишеттем. Ул тауыш миңә йәһүд телендә: «Шаул, Шаул! Ниңә һин Мине эҙәрлекләйһең? Осло таяҡҡа ҡаршы торһаң, үҙеңә зыян килтерерһең», – тине.


Уҙған төндә миңә үҙем инанып хеҙмәт иткән Алланың бер фәрештәһе күренде.


Әммә Раббы уға: – Бар, кит, сөнки Мин был кешене башҡа халыҡтарға, батшаларға һәм Исраил халҡына исемемде танытһын өсөн ҡоралым итеп һайланым.


Һөйөнөслө Хәбәрҙән оялмайым, сөнки ул – уға ышанғандарҙың барыһына ла – иң элек йәһүдкә, унан һуң йәһүд булмағанға ла – ҡотҡарыу алып килгән Алла ҡөҙрәте.


Барлыҡ халыҡтар Уның исеме хаҡына Аллаға ышанһындар һәм буйһонһындар тип, беҙ Ғайса Мәсих аша мәрхәмәт алдыҡ һәм Уның илсеһе булдыҡ.


Улы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе бәйән итеп, Уға бөтә рухым менән хеҙмәт иткән Алла шаһит: һеҙҙе һәр ваҡыт иҫкә алам


Йәһүд булмағандар, һеҙгә әйтәм: мин, йәһүд булмағандар араһындағы илсе булараҡ, үҙ хеҙмәтемде ихтирам итәм.


йәһүд булмағандар араһында Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһемен. Йәһүд булмағандар Алла хуш күрерҙәй, Изге Рух тарафынан изгеләндерелгән ҡорбан булһын өсөн, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен вәғәзләп, ҡаһин хеҙмәтен башҡарам.


Янығыҙға килгәндә, Мәсихтән тулы фатиха алып килеремде беләм.


Ундай кешеләр Раббыбыҙ Мәсихкә түгел, ә үҙҙәренең ашҡаҙандарына хеҙмәт итә һәм, ышандырырлыҡ һүҙҙәр һөйләп, ялағайланып, ихлас күңеллеләрҙе алдай.


Аллаға дан! Ғайса Мәсих тураһында мин һөйләгән Һөйөнөслө Хәбәр буйынса, Ул һеҙҙең рухығыҙҙы нығытырға ҡөҙрәтле. Был Хәбәр – боронғо замандарҙан бирле йәшереп тотолған, әммә хәҙер асылған сер. Пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмалары аша кешеләр Аллаға ышанһын һәм буйһонһон өсөн мәңгелек Алланың әмере менән был сер бөтөн халыҡтарға белдерелде.


Алла ихтыяры менән Ғайса Мәсихтең илсеһе булырға саҡырылған Паулустан һәм имандашыбыҙ Сосҫенестән


Мин ирекле түгелме ни? Әллә Мәсихтең илсеһе түгелменме? Раббыбыҙ Ғайсаны күрмәнемме йә һеҙ Раббыға хеҙмәт итеүемдең һөҙөмтәһе түгелме?


Алла ихтыяры менән Ғайса Мәсихтең илсеһе Паулустан һәм имандашыбыҙ Тимоҫеустан Алланың Коринҫостағы имандаштар берҙәмлегенә, шулай уҡ тотош Ахая өлкәһендәге барлыҡ изгеләргә сәләм.


Мин бындай «самаһыҙ бөйөк илселәрҙән» һис тә кәм түгелмен, тип уйлайым.


Һеҙҙе күтәрергә теләп, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен бушлай вәғәзләүем менән үҙемде түбәнһетеп, гонаһ ҡылдыммы әллә?


Мин иҫәр хәлендә ҡалдым, быға мине һеҙ мәжбүр иттегеҙ. Мине һеҙ маҡтарға тейеш инегеҙ, сөнки, әһәмиәтһеҙ булһам да, «самаһыҙ бөйөк илселәрҙән» бер ерем дә кәм түгел.


Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләргә тип Троас ҡалаһына килгәс, Раббы миңә ишекте асып ҡуйған.


Беҙ бит үҙебеҙҙе түгел, ә Ғайса Мәсихте бөйөк Хаким булараҡ вәғәзләйбеҙ, үҙебеҙ иһә – Мәсих хаҡына һеҙҙең хеҙмәтселәрегеҙ генә.


Кешеләрҙән дә, әҙәм балаһы аша ла түгел, ә Ғайса Мәсих һәм Уны үленән терелткән Атабыҙ Алла тарафынан һайланған илсе Паулустан,


Алла ихтыяры менән Ғайса Мәсихтең илсеһе Паулустан Эфес ҡалаһындағы Ғайса Мәсихкә тоғро булған изгеләргә


Һеҙ ҙә хәҡиҡәт һүҙен – һеҙгә ҡотолоу килтереүсе Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетеп, Мәсихкә инанғас, Мәсихтә Алла тарафынан вәғәҙә ителгән Изге Рух менән мөһөрләндегеҙ.


Ул Үҙе ҡайһы берҙәрен – илселәр, икенселәрен – пәйғәмбәрҙәр, бәғзеләрен – Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүселәр, ҡайһыларын – башлыҡ һәм өйрәтеүсе итеп ҡуйҙы.


Ошо ваҡытта Раббы Үҙенең Килешеү һандығын күтәреп йөрөтһөндәр, ҡаршыһында Үҙенә хеҙмәт итһендәр һәм Уның исеме менән фатиха бирһендәр өсөн Леви ырыуын айырып алды. Был әлеге көндә лә шулай дауам итә.


Ғайса Мәсихтең ҡолдары Паулус менән Тимоҫеустан Филиппойҙағы имандаштар берҙәмлегенең етәкселәре һәм ярҙамсыларына, Ғайса Мәсихтәге бар изгеләргә сәләм.


Атабыҙ Алланың даны хаҡына һәр тел Ғайса Мәсихте Раббы тип таныһын.


Алланың ихтыяры менән Ғайса Мәсихтең илсеһе Паулустан һәм имандашыбыҙ Тимоҫеустан


Мин Алла ҡушыуы буйынса имандаштар берҙәмлеге хеҙмәтсеһе булдым. Алла һүҙен тулыһынса вәғәзләү өсөн, был эш миңә Уның тарафынан һеҙҙең хаҡҡа йөкмәтелде.


Белеүегеҙсә, бынан алда Филиппойҙа ғазаптар сигеп, мәсхәрәләр аша үтһәк тә, Аллабыҙҙан ҡыйыулыҡ алып, ҡаршылыҡтарға бирешмәй, Һөйөнөслө Хәбәрҙе һеҙгә еткерҙек.


һеҙгә лә Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен еткереү генә түгел, ғүмеребеҙҙе бирергә лә әҙер инек. Һеҙҙе шул тиклем ныҡ яраттыҡ.


Һеҙ иһә, имандаштар, беҙҙең ниндәй хеҙмәт һәм көс һалыуыбыҙҙы хәтерләйһегеҙ: һеҙгә Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен таратҡан саҡта, берегеҙгә лә ауырлыҡ һалмаҫҡа тырышып, көнө-төнө эшләнек.


Ҡотҡарыусыбыҙ Алла һәм өмөтөбөҙ Ғайса Мәсихтең әмере буйынса Ғайса Мәсих илсеһе Паулустан


Шуның өсөн мин бүтән халыҡтарға иман һәм хәҡиҡәт өйрәтеүсе, вәғәз таратыусы илсе итеп ҡуйылдым. Дөрөҫөн һөйләйем, ялғанламайым.


Мин ошо Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүсе илсе һәм остаз итеп ҡуйылдым.


Алла хеҙмәтсеһе һәм Ғайса Мәсих илсеһе Паулустан сәләм. Алла тарафынан һайлап алынғандарҙың иманын нығытыу һәм ихлас табыныуға илтеүсе хәҡиҡәтте танып белеүгә килтереү өсөн ебәрелдем мин.


Бындай хөрмәтле бурысты бер кем дә үҙ теләге менән ала алмай, ул, үҙ ваҡытында Һарун саҡырылған кеүек, был хеҙмәткә Алла тарафынан саҡырыла.


Беҙгә тап шундай Баш Ҡаһин кәрәк тә инде: изге, ғәйепһеҙ, саф, гонаһлыларҙан айырылған һәм күктән юғары күтәрелгән.


Донъя буйлап таралған ун ике ырыуға Алланың һәм Раббы Ғайса Мәсихтең ҡоло Яҡуптан сәләм!


Алланың хөкөм итеү ваҡыты етте, һәм хөкөм Уның йортондағыларҙан башланасаҡ. Был беҙҙән башланһа, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен кире ҡағыусыларҙы нимә көтә һуң? Изге Яҙмала әйтелгәнсә:


Ғайса Мәсихтең ҡоло һәм илсеһе Шимғон Петрустан – Аллабыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихтең хаҡлығы аша беҙҙең кеүек шул уҡ ҡиммәтле иманды ҡабул иткәндәргә:


Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһе, Яҡуптың ҡустыһы Йәһүҙәнән Атабыҙ Алла тарафынан яратып саҡырып алынғандарға, Ғайса Мәсихтең ҡурсалауында булғандарға:


Был – Ғайса Мәсихкә бирелгән асылыш һүҙе. Тиҙҙән ниҙәр булырға тейешлеген үҙенең ҡолдарына күрһәтеү өсөн, Алла уны фәрештәһе аша Үҙенең ҡоло Яхъяға тапшырҙы.


Артабан фәрештә миңә былай тине: – Был һүҙҙәр ышаныслы һәм хаҡ. Пәйғәмбәрҙәренә Изге Рух биреүсе Раббы Алла, тиҙҙән ни булырын күрһәтеү өсөн, ҡолдарына Үҙенең фәрештәһен ебәрҙе.


Әммә ул миңә былай тине: – Ҡара уны, былай эшләмә! Мин – һинең, пәйғәмбәр имандаштарыңдың һәм был китап һүҙҙәрен тотҡандарҙың хеҙмәттәшемен. Аллаға баш эй!


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan