9 Һин ата-бабаларыбыҙҙың Мысырҙағы ауыр хәлен дә күрҙең, уларҙың Ҡамышлы диңгеҙ ярындағы аһ-зарҙарын да ишеттең,
Исраилдар Раббының ҡөҙрәте менән мысырҙарҙың ни хәлгә төшөүен күрҙе, шуға күрә Исраил халҡын Раббынан ҡурҡыу тойғоһо биләп алды. Улар Раббыға ла, Уның ҡоло Мусаға ла тамам инанды.
Алла Исраил халҡына баҡты – уларҙың хәлдәрен аңланы.
Бар, Исраил аҡһаҡалдарын йый ҙа уларға тапшыр: Раббы, ата-бабаларығыҙ Аллаһы – Ибраһим, Исхаҡ, Яҡуп Аллаһы миңә күренде һәм: «Мин һеҙгә илтифат иттем. Мысырҙа башығыҙға төшкән яфаларҙың барыһын да күрҙем.
Шул көндө уларҙы Мысырҙан алып сығырға, улар өсөн һайлаған иң гүзәл ергә – һөт һәм бал ағып ятҡан ергә алып барырға ант иттем.
Мин халҡымдың Мысырҙа йәберләнгәнен күрҙем. Эйе, Мин быны күрҙем, халҡымдың иңрәүен ишеттем һәм уны ҡотҡарырға тип төштөм. Ә хәҙер бар, Мин һине Мысырға ебәрәм», – тигән.
– Әммә Мин, – тигән Алла, – уларҙы ҡоллоҡта тотасаҡ халыҡты хөкөм итәсәкмен. Шунан һуң улар ул илдән сығыр һәм ошо ерҙә Миңә ғибәҙәт ҡылыр».