Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Нөхәмияһ 9:2 - Изге Яҙма

2 Исраил тоҡомо бөтә сит халыҡтарҙан айырылды. Улар аяғүрә тороп үҙҙәре ҡылған гонаһтарын, ата-бабаларының яҙыҡ эштәрен таныны.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Нөхәмияһ 9:2
24 Iomraidhean Croise  

улар унда, үҙҙәрен әсиргә алғандарҙың илендә бөтөн йөрәктән тәүбәгә килһәләр, Һиңә ялбарып: «Гонаһ ҡылдыҡ, юлдан яҙҙыҡ, яуызлыҡ эшләнек», – тиһәләр,


Инде ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы Раббы алдында гонаһтарыбыҙҙы танып, Уның ихтыярын үтәгеҙ: урындағы халыҡтарҙан һәм сит ҡәүем ҡатындарынан айырылығыҙ.


Һөргөндән ҡайтҡан исраилдар менән, Исраилдың Аллаһы Раббыға табыныу өсөн, эргә-тирәләге халыҡтарҙың әшәкелегенән айырылған барлыҡ кешеләр ашап ултырҙы.


Ошо хәлдәрҙән һуң, халыҡ башлыҡтары, минең янға килеп, былай тине: – Исраил халҡы ла, ҡаһиндар менән левиҙәр ҙә эргә-тирәлә йәшәгән сит халыҡтарҙың – ҡәнғәни, хитти, перизи, йевуси, ғаммони, моав, мысыр, әмөриҙәрҙең – ерәнгес эштәренән айырылманы.


Йә Раббы, Исраил Аллаһы, Һин ғәҙелһең! Бөгөнгө көнгә тиклем беҙ бәләкәй генә төркөм теребеҙ. Бына беҙ, гонаһҡа батып, Һинең алдыңда торабыҙ, хәйер, был хәлдә Һинең алдыңда торорға ла хаҡыбыҙ юҡ беҙҙең.


Үҙҙәренә һәм улдарына был халыҡтарҙың ҡыҙҙарын кәләш итеп алдылар. Хәҙер изге орлоҡ сит халыҡтарҙыҡы менән буталды, етмәһә, арҙаҡлы һәм түрә булып йөрөгән кешеләр был хыянатта беренсе урында тора.


Ҡолаҡ һал, күҙҙәреңде ас, Үҙ ҡолоңдоң доғаһын ишет! Мин хәҙер көнө-төнө ҡолдарың – Исраил халҡы өсөн Һиңә доға ҡылам, Исраил халҡының гонаһын таныйым. Һинең алдыңда гонаһлыбыҙ беҙ, гонаһлыбыҙ – мин дә, бөтә нәҫел-нәсәбебеҙ ҙә.


Шулай уҡ башҡа халыҡ, ҡаһиндар, левиҙәр, ҡапҡа һаҡсылары, йырсылар, ҡорам хеҙмәтселәре һәм Алла ҡануны хаҡына сит халыҡтарҙан айырылған һәммә кешеләр, уларҙың ҡатындары, улдары һәм ҡыҙҙары, бөтә аңлы кешеләр


үҙ ағай-энеләренә, уларҙың иң арҙаҡлыларына ҡушылды. Алланың ҡоло Муса аша бирелгән ҡанунына ярашлы йәшәргә, Хакимыбыҙ Раббының бөтә бойороҡтарын, ҡарар һәм ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, әгәр ҙә үтәмәһәләр, Алланың ләғнәтенә дусар булырға ант итеп йөкләмә алдылар.


Ҡанун һүҙҙәрен ишеткәс, улар исраилдар араһынан бөтә сит ҡәүемдәрҙең нәҫелдәрен айырып ебәрҙе.


Бына шулай мин халыҡты сит ҡәүемдәргә хас бөтә нәмәнән таҙарындырҙым, ҡаһиндар һәм левиҙәрҙең һәр береһенә айырым вазифа йөкмәттем,


Батшалығыңдың шөһрәтен улар һөйләр, Ҡөҙрәтең хаҡында бәйән итер;


Сикһеҙ игелегеңде иҫләрҙәр, Ғәҙеллегеңде маҡтап йырларҙар.


Гонаһын йәшергән кеше яҡшылыҡ көтә алмаҫ, уны танып, ваз кискән мәрхәмәт табыр.


Йә Раббы, халҡыңды – Яҡуп нәҫелен ташланың. Улар көнсығыштың күп йолаларына эйәрҙеләр. Пелештиҙәр һымаҡ күрәҙә итәләр, Сит-яттар менән ҡул ҡыҫышалар.


Ҡылған енәйәттәребеҙҙе, Ата-бабаларҙың ғәйептәрен Беҙ таныйбыҙ, Раббы, – Һинең алда гонаһлыбыҙ!


Тик һин ғәйебеңде таны: Аллаң Раббыға ҡаршы баш күтәрҙең, Һәр бер суҡ ботаҡлы ағас аҫтында Наҙҙарыңды ят илаһтарға өләштең, Әйткәндәремә ҡолаҡ һалманың, – тип белдерә Раббы. –


Үҙемдең һәм халҡым Исраилдың ҡылған гонаһтарын танып һәм доға ҡылып, мин, Аллам Раббыға, Алламдың изге тауы тураһында ялбарыу менән мөрәжәғәт итеп, шулай тинем.


Сит ҡатындарҙан бала таптырып, улар Раббыға хыянат итте. Хәҙер, Яңы ай байрамы булғанда, улар баҫыуҙары менән бергә һәләк булыр.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan