16 Әммә улар, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ, тәкәбберлек күрһәтте, тиҫкәрелектәренә барып, Һинең бойороҡтарыңды үтәмәне.
Әммә улар тыңламаны, Аллалары Раббыға ышанмаған ата-бабалары кеүек үк тиҫкәре булды.
Сөнки ата-бабаларыбыҙ тоғролоҡ һаҡламаны, Аллабыҙ Раббыға хуш килмәҫтәйҙе ҡылып йөрөнө, Уны ташланы, Раббы торлағынан йөҙ сөйөрөп, уға арҡалары менән боролдо.
Атайҙарығыҙ шикелле таш бәғерле булмағыҙ, Раббыға буйһоноғоҙ, Уның Изге торлағына, Ул мәңгелеккә мөҡәддәс ҡылған урынға, килегеҙ; үҙегеҙҙең Аллағыҙ Раббыға хеҙмәт итегеҙ, ана шунда Ул һеҙгә булған ялҡынлы асыуын тыйып ҡалыр.
Навуходоносор батша Сидкияһты Алла исеме менән тоғролоҡҡа ант иттерһә лә, Сидкияһ уға ҡаршы фетнә күтәрә, үҙ һүҙлелегенә барып, бәғерһеҙләнә, хатта Исраил Аллаһы Раббыға табан боролоуҙан баш тарта.
фирғәүенгә, уның ҡолдарына һәм илендәге бөтә халыҡҡа хикмәттәреңде үә мөғжизәләреңде күрһәттең. Сөнки мысырҙарҙың беҙҙең ата-бабаларыбыҙ менән тәкәббер ҡыланғанын Һин белдең. Шул ваҡытта ҡаҙанған исемең бөгөнгәсә данлы.
Һин уларҙы элекке кеүек ҡануның буйынса йәшәргә өгөтләнең, әммә улар, тәкәбберләнеп, бойороҡтарыңа иғтибар итмәне. Һинең ҡарар-хөкөмдәреңде үтәгән һәр кем йәшәү тапһа ла, уларға ҡаршы гонаһ ҡылдылар, тиҫкәреләнделәр, ҡарыштылар, буйһонорға теләмәнеләр.
Хәсрәт эсенән Раббыға ялбарҙылар, Раббы уларҙы бәләләрҙән йолоп алды.
Эй Алла, ҡалҡ, хөкөм ит ер йөҙөн! Һәммә халыҡтар ҙа Һинеке бит!
Раббы былай тине: – Әгәр һин, Исраил халҡы, Мин, Аллаң Раббы, әйткәндәрҙе тыңлаһаң, Мин хуп күргәнде генә эшләһәң, бойороҡтарыма ҡолаҡ һалһаң, ҡағиҙәләремде үтәһәң, бер ҡасан да һиңә Мысыр халҡына ебәргән ише ауырыу-сирҙәр күндермәм, сөнки Мин – Раббы, һиңә шифа биреүсе.
Раббы тағы: – Күрәм, был халыҡ ифрат тиҫкәре.
Әрләнгән һайын нығыраҡ тиҫкәреләнгән кеше – бер көн ҡапыл һәләк булыр, шифа тапмаҫ.
Бойороҡтарымды тыңлаһаң икән! Ул саҡта именлегегеҙ – йылға, Бәрәкәтегеҙ диңгеҙ тулҡыны һымаҡ булыр ине.
Тиҫкәре икәнеңде, муйыныңдың – тимер, Маңлайыңдың баҡыр булғанын белгәнгә күрә,
Әммә улар баш күтәреп Уның Изге Рухын рәнйеттеләр. Шуға күрә Ул уларға дошман булды, Уларға ҡаршы һуғышты.
– Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Инде Мин был ҡаланы һәм уның әйләнә-тирәһендәге ҡалаларҙы алдан әйткән бөтә ҡазаларға ла дусар итәм, сөнки улар, тиҫкәрелектәренә барып, әйткәндәремде тыңламаны».
Эй һеҙ, был быуындың балалары, Раббының һүҙен тыңлағыҙ! Мин Исраил өсөн бер сүл, Дөм-ҡараңғы төбәк булдыммы ни? Улайһа ни өсөн халҡым: „Ҡайҙа теләһәк, шунда барабыҙ, Башҡаса Һиңә ҡайтмайбыҙ“, – тип белдерә?
Әммә һеҙ Мине тыңламанығыҙ, ҡолаҡ һалманығыҙ. Тиҫкәреләнеп ата-бабаларығыҙҙан да яманыраҡ ҡыландығыҙ.
Әммә ул Минең ҡанун-ҡағиҙәләремә ҡаршы сыҡты, башҡа ҡәүемдәрҙән, тирә-яғындағы илдәрҙән дә былайыраҡ яуызлыҡ ҡылды, Минең ҡанундарымды кире ҡаҡты, ҡағиҙәләремде үтәмәне».
– Тиҫкәре халыҡ! – тине Стефанус. – Сөннәтте ҡабул итһәгеҙ ҙә, йөрәктәрегеҙ ҙә, ҡолаҡтарығыҙ ҙа бикле! Һеҙ, аталарығыҙ кеүек үк, Изге Рухҡа һәр ваҡыт ҡаршы киләһегеҙ.
Әммә тиҫкәрелегең һәм тәүбә итергә теләмәгән йөрәгең арҡаһында, Алланың ғәҙел хөкөмө асыҡланған асыу көнөндә башыңа төшәсәк нәфрәтте йыяһың.
Сөнки мин һеҙҙең ниндәй тиҫкәре һәм фетнәсел булыуығыҙҙы беләм. Әле мин иҫән, арағыҙҙа саҡта Раббыға буйһонмайһығыҙ, ә мин үлгәндән һуң нимә булыр?
Әммә Йешурун һимерҙе, буйһонмай башланы, Таҙарҙы, йыуанайҙы, май бөрҙө. Үҙен яратҡан Алланы ташланы. Ҡотҡарыусы таянысынан ваз кисте.
Әгәр уларҙың йөрәктәре лә шулай булһа икән! Ғүмер буйы Минән ҡурҡһындар һәм бөтә бойороҡтарымды үтәһендәр ине. Ул саҡта үҙҙәренә лә, балаларына ла мәңге яҡшы булыр.
Раббы миңә тағы: «Күреп торам, был халыҡ ысынлап та тиҫкәре, – тине.
Ҡолдарың Ибраһимды, Исхаҡты, Яҡупты иҫкә ал. Һин был халыҡтың тиҫкәрелегенә, яуызлығына һәм гонаһтарына ҡарама.
Шуны аңла: был бәрәкәтле ерҙе Аллаң Раббы һиңә биләмәгә тоғро йөрәгең өсөн бирмәй. Ысынында һеҙ – тиҫкәре халыҡ.
Киреһенсә «бөгөн» тигән һүҙ әлегә ғәмәлдә булған саҡта, берегеҙ ҙә гонаһҡа алданып тиҫкәреләнмәһен өсөн, бер-берегеҙҙе көн һайын ҡеүәтләп тороғоҙ.
Изге Яҙмала былай тип әйтелгән: «Бөгөн Алла тауышын ишетәһегеҙ икән, ҡаршылыҡ күрһәткән саҡтағылай, йөрәгегеҙ тиҫкәре булмаһын».