Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Нөхәмияһ 9:11 - Изге Яҙма

11 Һин исраилдар алдында диңгеҙҙе уртаға ярҙың да улар шул урында хасил булған ҡоро ерҙән киттеләр, ә арттарынан ҡыуа килгәндәрҙе Һин, тәрән һыуҙарға ырғытылған таш кеүек итеп, диңгеҙ төпкөлөндә ҡалдырҙың.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Нөхәмияһ 9:11
16 Iomraidhean Croise  

Эй Алла, халыҡтар Һиңә шөкөр итһен, Бөтә халыҡтар рәхмәт яуҙырһын!


Беҙ Һинең халҡың, көтөүеңдең ҡуйҙары, Мәңгегә Һиңә шөкөр итербеҙ, Быуындан-быуынға маҡтау йырларбыҙ.


Тыныс булығыҙ, Раббы һеҙҙең өсөн һуғышасаҡ.


Раббы яу арбаларының тәгәрмәстәрен тығылдырҙы ла, улары йүнләп әйләнмәне. – Тиҙерәк ҡасайыҡ был Исраил халҡы янынан! – тине мысырҙар. – Раббы улар яғында беҙгә ҡаршы һуғыша.


Исраил халҡы иһә диңгеҙ төбөндәге ҡоро ерҙән атлап сыҡты: уларҙың уң яғынан да, һул яғынан да һыу диуарҙай кәртәләнеп торҙо.


Һин Мысыр ерендә хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәттең, уларҙы Һин әлегә тиклем Исраилда һәм бөтә кешеләр араһында эшләйһең. Һин исемеңде данлы иттең, һәм ул бөгөнгә тиклем мәшһүр!


Имандаштар, ата-бабаларығыҙ менән булып уҙған хәлдәрҙе иҫегеҙгә төшөрөргә теләйем. Уларҙың бөтәһе лә болот аҫтында булған һәм диңгеҙ аша үткән.


Иман аша Исраил халҡы Ҡыҙыл диңгеҙҙе ҡоро ерҙән барғандай кисеп сыға, ә Мысыр кешеләре, шулай уҡ эшләп ҡарап, бөтәһе лә батып үлә.


Бынан һуң бер көслө фәрештә ҙур тирмән хәтле таш алып диңгеҙгә ташланы ла былай тине: – Бөйөк Бабил ҡалаһы бына шундай көс менән ырғытылыр һәм ул башҡаса табылмаҫ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan