Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Нөхәмияһ 9:1 - Изге Яҙма

1 Шул уҡ айҙың егерме дүртенсе көнөндә бөтә Исраил халҡы тағы йыйылды: улар ураҙа тота ине, ҡыл туҡымаға уранып, баштарына саң-тупраҡ һипкәйне.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Нөхәмияһ 9:1
22 Iomraidhean Croise  

Өсөнсө көнөнә Шаул ғәскәре тупламынан бер кеше килде: кейеме йыртҡыланып бөткән, башына тупраҡ һибелгән.


Йеһошафат ҡаты ҡурҡыуға ҡала. Ул Раббынан һорарға ҡарар ҡыла һәм бөтә Йәһүҙәлә ураҙа иғлан итә.


Етенсе айҙың егерме өсөнсө көнөндә Сөләймән халыҡты өйҙәренә ҡайтарып ебәрә. Улар Раббының Дауыт менән Сөләймәнгә, Үҙенең халҡы Исраилға күрһәткән бөтә яҡшылыҡтарына һөйөнөп, бик ҡәнәғәт булып тарала.


Аллабыҙға буйһоноуыбыҙҙы күрһәтеп, Унан үҙебеҙҙең, балаларыбыҙҙың, бөтә мөлкәтебеҙҙең юлын хәйерле итеүен һорап, Аһауа йылғаһы буйында ураҙа иғлан иттем.


Беҙ, ураҙа тотоп, Алланан ана шуларҙы һораныҡ, һәм Ул беҙҙе ишетте.


Етенсе айҙың беренсе көнөндә ҡаһин Ғөзәйер йыйынға килгән ир-аттар, ҡатын-ҡыҙҙар һәм уҡығанды аңлай алырҙай барыһы алдына ҡанун китабын алып килде.


– Бар, Шушанда булған бөтә йәһүдтәрҙе йый ҙа өс көн, өс төн ашамай-эсмәй минең өсөн ураҙа тотоғоҙ. Мин дә хеҙмәтсе ҡыҙҙарым менән бергә шул рәүешле ураҙа тотормон, шунан, ҡанунға ҡаршы килеп булһа ла, батша янына барырмын. Үлергә яҙһа – үлермен, – тип әйтергә ҡушты.


Батша фарманы һәм ҡарары ҡайһы өлкәгә генә килмәһен, бөтә ерҙә лә йәһүдтәр тәрән ҡайғыға төштө, ураҙа тотоп, әсе күҙ йәштәре түкте, күбеһе тупаҫ туҡымаға төрөнөп көлдә ятты.


Улар Әйүпте алыҫтан уҡ абайлаһалар ҙа, башта таный алманылар. Унан һуң, ҡысҡырып илай-илай, сапандарын йыртҡыланылар, баштарына тупраҡ һиптеләр.


Ул көндө бөйөк Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, һеҙҙе һыҡтарға, Сәсегеҙҙе ҡырып ташлап иларға, Ҡыл туҡымаға уранырға өндәне.


Тик Раббы хатта ошо мәлдә лә: «Ураҙалар тотоп, илап, йәш түгеп Ысын йөрәктән Миңә кире ҡайтығыҙ, – тип саҡыра. –


– Исраил халҡына әйт: шул етенсе айҙың ун бишенсе көнөнән башлап ете көн буйы Раббыға бағышланған Ҡыуыш байрамы үткәрегеҙ.


Етенсе айҙың ун бишенсе көнөндә, ерегеҙҙән уңыш йыйған саҡта, Раббы өсөн ете көн буйы байрам яһағыҙ. Беренсе һәм һигеҙенсе көн ял булыр.


Йушағ кейемдәрен йыртып ырғытты һәм Раббының һандығы алдында йөҙтүбән ергә ҡапланып кискә тиклем ятты. Исраил аҡһаҡалдары ла шулай эшләне, баштарына туҙан һипте.


Мин Үҙемдең ике шаһитыма шундай вәкәләт бирермен: улар, матәм кейемдәре кейеп, бер мең ике йөҙ алтмыш көн буйы пәйғәмбәрлек итерҙәр.


Шул саҡ бөтә Исраил ғәскәре, барлыҡ исраилдар Бейт-Илгә барып, Раббы хозурында ултырып иланы. Ул көндө кискә тиклем ураҙа тоттолар, Раббыға бағышлап тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандары килтерҙеләр.


Бинйәмин ырыуынан бер кеше, һуғыш яланынан ҡасып, шул көндө үк Шилоға барып етте. Кейеме йыртылған, башына тупраҡ һибелгән ине.


Исраилдар Миспала йыйылды, һыу алып, Раббы хозурында түкте һәм ул көндө ураҙа тотоп: – Беҙ Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылдыҡ, – тине. Шемуил Миспала Исраилдың хакимы булды.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan