Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Нөхәмияһ 8:8 - Изге Яҙма

8 Улар Алланың ҡанун китабын аңлатмалар биреп, төпсөрләп уҡынылар, уның тәфсирен аңлаттылар. Халыҡ уҡығанды төшөндө.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Нөхәмияһ 8:8
16 Iomraidhean Croise  

Шунан Йәһүҙә кешеләрен, Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙе, ҡаһиндарҙы, пәйғәмбәрҙәрҙе, олоһонан алып кесеһенә тиклем бөтә халыҡты эйәртеп, Раббы ҡорамына сыҡты. Шунда ул Раббы ҡорамында табылған Килешеү китабын уларға бәйнә-бәйнә ҡысҡырып уҡыны.


Беҙгә ебәргән хатығыҙ алдымда тәржемә ителеп уҡылды.


Шунан барлыҡ халыҡ һыйланырға, башҡалар менән уртаҡлашырға, оло ҡыуаныс менән байрам итергә тип таралышты, сөнки үҙҙәренә әйтелгәндәрҙе аңлағайны.


Йешуағ, Бани, Шеревъяһ, Ямин, Ғаҡҡув, Шаббеҫай, Һодияһ, Мағасеяһ, Ҡылита, Ғазаръяһ, Йозавад, Ханан, Пелаяһ исемле левиҙәр аяғүрә торған халыҡҡа ҡанунды аңлатып торҙо.


Шунан һуң өлкә башлығы Нөхәмияһ, ғилем эйәһе Ғөзәйер ҡаһин, халыҡты өйрәтеүсе левиҙәр һәммә кешеләргә: – Был көн – Аллағыҙ Раббы өсөн изге көн, шуға күрә ҡайғырмағыҙ, иламағыҙ, – тине, сөнки ҡанун һүҙҙәрен тыңлап, бар булған халыҡ илай ине.


Улар көндөң дүрттән бер өлөшөндә баҫып торған килеш Аллалары Раббының ҡанун китабын уҡыны, унан Аллалары Раббыға сәждә ҡылып, гонаһтарын таныны.


Хаким халыҡ араһында булһын. Халыҡ менән бергә инһен һәм халыҡ менән бергә сыҡһын.


Раббы миңә былай тип яуап бирҙе: «Күренмеште таҡтаташҡа асыҡ итеп уйып яҙ, Хатта уны йүгереп барған кеше лә уҡырлыҡ булһын.


Шунан Ул, Мусаның һәм бөтә пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларынан башлап, барлыҡ Яҙмаларҙа Үҙе тураһында әйтелгән урындарҙы аңлатып бирҙе.


Шәкерттәр бер-береһенә: – Ул юл буйлап беҙгә һөйләп барғанда һәм Изге Яҙманың мәғәнәһен аңлатҡанда йөрәктәребеҙ янманымы ни? – тиештеләр.


Бынан һуң Ғайса уларға Изге Яҙманы аңларға ярҙам итте:


Улар осрашырға килеште, һәм билдәләнгән көндө Паулус туҡталған өйҙә тәүҙәгенән дә күберәк кеше йыйылды. Ул иртәнән кискә тиклем Алла Батшалығы хаҡында аңлатты, Ғайса тураһында Муса ҡанунынан һәм пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларынан дәлилдәр килтереп, уларҙы ышандырырға тырышты.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan