Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Нөхәмияһ 8:7 - Изге Яҙма

7 Йешуағ, Бани, Шеревъяһ, Ямин, Ғаҡҡув, Шаббеҫай, Һодияһ, Мағасеяһ, Ҡылита, Ғазаръяһ, Йозавад, Ханан, Пелаяһ исемле левиҙәр аяғүрә торған халыҡҡа ҡанунды аңлатып торҙо.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Нөхәмияһ 8:7
27 Iomraidhean Croise  

Шунан батша, артына боролоп, алдында аяғөҫтө торған бөтә Исраил йыйынына фатихаһын күндерҙе.


Хизкияһ Раббыға хеҙмәттә оҫталыҡ күрһәткән бөтә левиҙәрҙе рухландыра. Татыулыҡ ҡорбандары килтерә-килтерә, ата-бабаларының Аллаһы Раббыны данлай-данлай, байрам ризығын ете көн ашайҙар.


Үҙҙәрен Раббыға бағышлаған һәм халыҡҡа ғилем биргән левиҙәргә былай ти: – Изге һандыҡты Исраил батшаһы Дауыттың улы Сөләймән төҙөгән ҡорамға ҡуйығыҙ. Бынан ары һеҙгә уны күсереп йөрөтөүҙең хәжәте юҡ. Хәҙер Аллағыҙ Раббыға һәм Уның халҡы Исраилға хеҙмәт итегеҙ.


Алланың игелекле ҡулы өҫтөбөҙҙә булғанға күрә, улар беҙгә Исраилдың улы Леви ырыуынан Махлиҙың нәҫел вариҫын, Шеревъяһ исемле аҡыллы кешене улдары һәм ағай-энеләре менән бергә ебәрҙе. Улар ун һигеҙ кеше ине.


Һодияһ, Хашум, Бесай,


Сераяһ, Ғазаръяһ, Йермеяһ,


Левиҙәрҙең башлыҡтарынан Шаббеҫай менән Йозавад Алла йортонда тыштағы эштәргә етәкселек итте;


Ҡорамдың ҡапҡа һаҡсылары: Ғаҡҡув менән Талмон һәм уларҙың ҡапҡа һаҡлаусы ағай-энеләре бөтәһе йөҙ етмеш ике кеше ине.


Ғазаръяһ, Ғөзәйер, Мешуллам,


Унан ары Бани улы Рехум етәкселеге аҫтында левиҙәр төҙәтте. Рехум янында Ҡығила биҫтәһенең яртыһына идара иткән Хашавъяһ үҙ төбәгенең вәкиле булараҡ эшләне.


Артабан ҡорал һаҡлағысҡа күтәрелгән юл ҡаршыһында, мөйөшкә тиклем, Миспа биҫтәһенең башлығы Йешуағ улы Ғезәр эшләне.


Улар артынан үҙ өйҙәренең ҡаршыһында Бинйәмин менән Хашшув эшләне; артабан үҙ йорто янындағы урынды Ғананияһ улы Мағасеяһтан тыуған Ғазаръяһ төҙәтте.


Шунан барлыҡ халыҡ һыйланырға, башҡалар менән уртаҡлашырға, оло ҡыуаныс менән байрам итергә тип таралышты, сөнки үҙҙәренә әйтелгәндәрҙе аңлағайны.


Ғилем эйәһе Ғөзәйер ошо уңай өсөн махсус эшләнгән ағас мөнбәрҙә баҫып торҙо, ә уның уң яғынан Маттиҫъяһ, Шемағ, Ғанаяһ, Урияһ, Хилҡияһ, Мағасеяһ, ә һул яғынан Педаяһ, Мишаил, Малкияһ, Хашум, Хашбаддана, Зәкәрьяһ һәм Мешуллам тора ине.


Ғөзәйер бөйөк Алла Раббыға маҡтау-шөкөрана ҡылды. Барлыҡ халыҡ ҡулдарын өҫкә күтәреп: «Амин, амин», – тип торҙо. Һуңынан барыһы ла баштарын эйҙе һәм йөҙтүбән ергә ҡапланып Раббыға сәждә ҡылды.


Улар Алланың ҡанун китабын аңлатмалар биреп, төпсөрләп уҡынылар, уның тәфсирен аңлаттылар. Халыҡ уҡығанды төшөндө.


Улар көндөң дүрттән бер өлөшөндә баҫып торған килеш Аллалары Раббының ҡанун китабын уҡыны, унан Аллалары Раббыға сәждә ҡылып, гонаһтарын таныны.


Йешуағ, Бани, Ҡадмиил, Шеванъяһ, Бунни, Шеревъяһ, Бани, Кенани левиҙәр өсөн яһалған бейек урынға менеп баҫтылар ҙа Аллалары Раббыға ҡысҡырып ялбарҙылар.


Раббының Муса аша Исраил халҡына белдергән бөтә ҡағиҙәләрен уларға өйрәтегеҙ.


Ҡаһиндың ауыҙы Алла тураһында ғилем һаҡлай, Кеше уның теленән ҡанун эҙләй, Сөнки ҡаһин – Күк ғәскәрҙәре Раббыһының хәбәрсеһе.


Яҡуп тоҡомон – ҡағиҙәләреңә, Исраил халҡын ҡануныңа өйрәтә. Алдыңда хуш еҫ төтәтә, Усағыңда тотош яндырыу ҡорбандары килтерә.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan