2 Етенсе айҙың беренсе көнөндә ҡаһин Ғөзәйер йыйынға килгән ир-аттар, ҡатын-ҡыҙҙар һәм уҡығанды аңлай алырҙай барыһы алдына ҡанун китабын алып килде.
үҙ ағай-энеләренә, уларҙың иң арҙаҡлыларына ҡушылды. Алланың ҡоло Муса аша бирелгән ҡанунына ярашлы йәшәргә, Хакимыбыҙ Раббының бөтә бойороҡтарын, ҡарар һәм ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, әгәр ҙә үтәмәһәләр, Алланың ләғнәтенә дусар булырға ант итеп йөкләмә алдылар.
Ул көндә халыҡ алдында Мусаның китабы ҡысҡырып уҡылды һәм унда шундай яҙыу табылды: «Ғаммондар һәм Моав кешеләре араһынан берәү ҙә бер ҡасан да Алла халҡы иҫәбенә инергә тейеш түгел,
Ғөзәйер, беренсе көндән алып һуңғы көнгә тиклем, көн һайын Алланың ҡанун китабын уҡыны. Ете көн байрам иттеләр, ә һигеҙенсе көн, ҡағиҙә буйынса, изге йыйын булды.
Шунан һуң өлкә башлығы Нөхәмияһ, ғилем эйәһе Ғөзәйер ҡаһин, халыҡты өйрәтеүсе левиҙәр һәммә кешеләргә: – Был көн – Аллағыҙ Раббы өсөн изге көн, шуға күрә ҡайғырмағыҙ, иламағыҙ, – тине, сөнки ҡанун һүҙҙәрен тыңлап, бар булған халыҡ илай ине.
Шул уҡ айҙың егерме дүртенсе көнөндә бөтә Исраил халҡы тағы йыйылды: улар ураҙа тота ине, ҡыл туҡымаға уранып, баштарына саң-тупраҡ һипкәйне.
Раббы пәйғәмбәре тураһында улар: «Был әҙәм кемде өйрәтмәксе? Кемгә өгөт бирмәксе? Яңы ғына күкрәк һөтө имгән, Имсәк ташлаған бәпестәргәме?
– Исраил халҡына әйт: етенсе айҙың беренсе көнөндә һеҙҙең өсөн ял көнө, борғо тауыштары менән иғлан ителгән изге йыйын булһын.
Ҡаһиндың ауыҙы Алла тураһында ғилем һаҡлай, Кеше уның теленән ҡанун эҙләй, Сөнки ҡаһин – Күк ғәскәрҙәре Раббыһының хәбәрсеһе.
Етенсе айҙың беренсе көнөндә изге йыйын үткәрегеҙ, көндәлек эштәрегеҙҙе эшләмәгеҙ. Был көн һеҙҙә борғо ҡысҡыртыу көнө булһын.
Сөнки Муса ҡануны элек-электән һәр ҡалала вәғәз ителә, һәр шәмбе һайын ғибәҙәтханаларҙа уҡыла, – тине Яҡуп.
Батшалығының тәхетенә ултырғас, Леви ырыуынан булған ҡаһиндарҙа һаҡланған төргәк китаптан үҙенә ошо ҡанунды күсереп алһын.
Йушағ Исраилдың бөтә йәмғиәтенә – ҡатын-ҡыҙҙы ла, бала-сағаны ла, араларында йәшәгән килмешәктәрҙе лә индереп – Муса ҡушҡандарҙың бөтәһен дә уҡыны, бер генә һүҙен дә ҡалдырманы.