Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Нөхәмияһ 8:18 - Изге Яҙма

18 Ғөзәйер, беренсе көндән алып һуңғы көнгә тиклем, көн һайын Алланың ҡанун китабын уҡыны. Ете көн байрам иттеләр, ә һигеҙенсе көн, ҡағиҙә буйынса, изге йыйын булды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Нөхәмияһ 8:18
7 Iomraidhean Croise  

Етенсе айҙың беренсе көнөндә ҡаһин Ғөзәйер йыйынға килгән ир-аттар, ҡатын-ҡыҙҙар һәм уҡығанды аңлай алырҙай барыһы алдына ҡанун китабын алып килде.


Һыу ҡапҡаһы тапҡырындағы майҙанда ир-аттар, ҡатын-ҡыҙҙар һәм уҡығанды аңлай алырҙай барыһы алдында ошо китапты ул таң атҡандан алып төшкә тиклем уҡыны. Халыҡ ҡанун китабын үтә лә иғтибар менән тыңланы.


Ете көн буйы Раббыға ут ҡорбаны килтерегеҙ. Һигеҙенсе көндө һеҙҙең өсөн изге йыйын булһын һәм Раббыға ут ҡорбаны килтерегеҙ. Был – изге йыйын, көндәлек эштәрегеҙҙе эшләмәгеҙ.


Йыл һайын ете көн буйы Раббы хөрмәтенә байрам итәсәкһегеҙ. Был һеҙгә – быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә. Уны етенсе айҙа байрам итегеҙ.


Һигеҙенсе көндө һеҙҙә изге йыйын булһын, бер эш тә эшләмәгеҙ.


Байрамдың аҙаҡҡы – иң бөйөк көнөндә Ғайса тороп баҫты ла көслө тауыш менән иғлан итте: – Кем һыуһай, Миңә килһен һәм эсһен!


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan