13 Иртәгәһе көндө халыҡтың бөтә нәҫел башлыҡтары, ҡаһиндар һәм левиҙәр, ҡанунда яҙылғандарҙы өйрәнер өсөн, ғилем эйәһе Ғөзәйер янына йыйылды.
Бөтә йыйын тағы ете көн байрам итергә була һәм был ете көндө лә бик ҡыуанышып үткәрәләр,
Шунан барлыҡ халыҡ һыйланырға, башҡалар менән уртаҡлашырға, оло ҡыуаныс менән байрам итергә тип таралышты, сөнки үҙҙәренә әйтелгәндәрҙе аңлағайны.
Раббы Муса аша биргән ҡанунда: «Исраил халҡы етенсе айҙың байрам көндәрендә ҡыуыштарҙа йәшәһен», – тигән яҙыуҙы таптылар.
Ғилем яратҡан нәсихәтте лә яратыр, шелтәне хуп күрмәгән – аңра ҡалыр.
Шәкерттәр бер-береһенә: – Ул юл буйлап беҙгә һөйләп барғанда һәм Изге Яҙманың мәғәнәһен аңлатҡанда йөрәктәребеҙ янманымы ни? – тиештеләр.
Паулус менән Барнабас ғибәҙәтхананан сыҡҡанда, халыҡ уларҙан, киләһе шәмбелә лә ошо хаҡта һөйләгеҙ әле, тип үтенде.
Петрус һәм Яхъя халыҡ менән һөйләшкән арала, улар янына ҡаһиндар, Алла йорто һаҡсылары башлығы һәм саддукейҙар килде. Ғайсаның терелеүе нигеҙендә үленән терелеү тураһында вәғәз һөйләп, халыҡты өйрәткән Ғайса илселәренә уларҙың асыуҙары килде.