12 Шунан барлыҡ халыҡ һыйланырға, башҡалар менән уртаҡлашырға, оло ҡыуаныс менән байрам итергә тип таралышты, сөнки үҙҙәренә әйтелгәндәрҙе аңлағайны.
Был көн Раббы хозурында ҙур шатлыҡ менән ашап-эсәләр. Дауыт улы Сөләймәнде тағы бер тапҡыр батша тип иғлан итәләр. Раббы алдында Сөләймән менән Садоҡтың башына зәйтүн майы һөртөп, Сөләймәнде юғары хаким итеп, ә Садоҡты ҡаһин итеп мәсехләйҙәр.
Нөхәмияһ та уларға: – Барығыҙ, һимеҙ ит ашағыҙ, баллы шарап эсегеҙ, ашар-эсеренә әҙерләмәгән кешеләргә өлөш бирегеҙ, сөнки бөйөк Хакимыбыҙ Алла өсөн был көн изге. Ҡайғырмағыҙ, сөнки Раббы биргән ҡыуаныс һеҙҙе ҡеүәтле итә, – тине.
Левиҙәр: – Илауҙан туҡтағыҙ, сөнки бөгөнгө көн изге, күңелһеҙ булырға ярамай, – тип бөтә халыҡты тынысландырҙы.
Иртәгәһе көндө халыҡтың бөтә нәҫел башлыҡтары, ҡаһиндар һәм левиҙәр, ҡанунда яҙылғандарҙы өйрәнер өсөн, ғилем эйәһе Ғөзәйер янына йыйылды.
Сөнки ошо көндәрҙә йәһүдтәр дошмандарынан арынды, ошо айҙа ҡайғы – шатлыҡҡа, ә хәсрәт байрамға әйләнде. Мордехай: «Был көндәр мәжлес һәм ҡыуаныс көндәре булһын, бер-берегеҙгә күстәнәс ебәрешеп, фәҡирҙәргә бүләк таратығыҙ», – тип яҙғайны.
Ауыҙынан сыҡҡан бойороғонан тайпылманым, Әйткәндәрен көндәлек икмәгемдән артыҡ күреп ҡәҙерләнем.
Һүҙҙәреңде табып, йотоп торҙом, Улар миңә шатлыҡ бирҙе, күңелемә һөйөнөс булды. Сөнки Һин мине Үҙеңдеке тип атаның, Эй Күк ғәскәрҙәре Аллаһы Раббы.
Шәкерттәр бер-береһенә: – Ул юл буйлап беҙгә һөйләп барғанда һәм Изге Яҙманың мәғәнәһен аңлатҡанда йөрәктәребеҙ янманымы ни? – тиештеләр.
Миндә, йәғни гонаһлы тәбиғәтемдә, бер генә изгелек тә йәшәмәгәнлеген беләм. Миндә яҡшылыҡ эшләү теләге булһа ла, башҡара алмайым.
Был ике пәйғәмбәр ерҙә йәшәүселәрҙе ыҙалатҡанлыҡтан, ерҙә йәшәүселәр уларҙың һәләкәтенә шатланасаҡ, күңел асасаҡтар һәм бер-береһенә бүләктәр ебәрәсәк.