11 Левиҙәр: – Илауҙан туҡтағыҙ, сөнки бөгөнгө көн изге, күңелһеҙ булырға ярамай, – тип бөтә халыҡты тынысландырҙы.
Нөхәмияһ та уларға: – Барығыҙ, һимеҙ ит ашағыҙ, баллы шарап эсегеҙ, ашар-эсеренә әҙерләмәгән кешеләргә өлөш бирегеҙ, сөнки бөйөк Хакимыбыҙ Алла өсөн был көн изге. Ҡайғырмағыҙ, сөнки Раббы биргән ҡыуаныс һеҙҙе ҡеүәтле итә, – тине.
Шунан барлыҡ халыҡ һыйланырға, башҡалар менән уртаҡлашырға, оло ҡыуаныс менән байрам итергә тип таралышты, сөнки үҙҙәренә әйтелгәндәрҙе аңлағайны.
Негевтың көньяғында ғәмәлектәр, таулыҡта хиттиҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр, әмөриҙәр, диңгеҙ эргәһендә һәм Иордан буйында ҡәнғәниҙәр йәшәй.