Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Нөхәмияһ 8:1 - Изге Яҙма

1 Етенсе айҙа, Исраил халҡы үҙ ҡалаларында йәшәп ятҡанда, бар халыҡ, бер кешеләй булып, Һыу ҡапҡаһы алдындағы майҙанға йыйылды. Улар ғилем эйәһе Ғөзәйергә Муса ҡануны – Раббының Исраилға бойороҡтары яҙылған төргәк китапты килтерергә ҡушты.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Нөхәмияһ 8:1
25 Iomraidhean Croise  

Шунан Йәһүҙә кешеләрен, Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙе, ҡаһиндарҙы, пәйғәмбәрҙәрҙе, олоһонан алып кесеһенә тиклем бөтә халыҡты эйәртеп, Раббы ҡорамына сыҡты. Шунда ул Раббы ҡорамында табылған Килешеү китабын уларға бәйнә-бәйнә ҡысҡырып уҡыны.


Хилҡияһ кәтип Шафанға: – Раббы ҡорамында ҡанун китабы табып алдым, – ти һәм кәтип Шафандың ҡулына бер төргәк китап тоттора.


Шунан Йәһүҙә кешеләрен, Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙе, ҡаһиндарҙы, левиҙәрҙе, олоһонан алып кесеһенә тиклем бөтә халыҡты эйәртеп, Раббы ҡорамына сыға. Шунда ул Раббы ҡорамында табылған Килешеү китабын уларға бәйнә-бәйнә ҡысҡырып уҡый.


Ошо хәлдәр булып үткәндән һуң, Фарсы батшаһы Артахшаста хакимлыҡ иткән саҡта, Бабилдан Ғөзәйер исемле кеше ҡайта. Уның шәжәрәһе былай: Ғөзәйер – Сераяһ улы, Сераяһ – Ғазаръяһ, Ғазаръяһ – Хилҡияһ,


Ғөзәйер үҙенең ғүмерен Раббы ҡанунын өйрәнеүгә һәм уны үтәүгә, Исраил халҡын уның ҡағиҙә-ҡарарҙарына өйрәтеүгә бағышлай.


Раббының Исраил халҡына биргән бойороҡтарын һәм ҡағиҙәләрен өйрәтеүсегә – ғилем эйәһе ҡаһин Ғөзәйергә Артахшаста батша биргән хаттың йөкмәткеһе былай була:


Бына ошо Ғөзәйер Бабилдан ҡайтырға сыға. Ул Исраил Аллаһы Раббы тарафынан Мусаға бирелгән ҡанунды яҡшы белгән ғилем эйәһе була. Аллаһы Раббының ҡулы уның өҫтөндә булғанға күрә, батша Ғөзәйерҙең һәр теләген бойомға ашыра ине.


Был кешеләр үҙ вазифаларын Йосадаҡтан тыуған Йешуағ улы Йояҡим, өлкә башлығы Нөхәмияһ, ғилем эйәһе Ғөзәйер ҡаһин дәүерендә башҡарҙы.


Шишмә ҡапҡаһына еткәс, улар Дауыт ҡалаһының баҫҡыстары буйлап туп-тура юғарыға, диуарға күтәрелделәр ҙә Дауыт йорто эргәһенән көнсығышҡа табан Һыу ҡапҡаһына йүнәлделәр.


Ғофел ҡалҡыулығында йәшәгән ҡорам хеҙмәтселәре көнсығышҡа табан Һыу ҡапҡаһы ҡаршыһын һәм алғараҡ сығып торған манараға тиклем тергеҙҙе.


Шулай итеп, һәммә халыҡ ботаҡтар йыйып килтереп, үҙ йорто түбәһендә, ихатала, Алла йорто ихаталарында, Һыу ҡапҡаһы, Әфраим ҡапҡаһы майҙанында ҡыуыштар эшләне.


Һыу ҡапҡаһы тапҡырындағы майҙанда ир-аттар, ҡатын-ҡыҙҙар һәм уҡығанды аңлай алырҙай барыһы алдында ошо китапты ул таң атҡандан алып төшкә тиклем уҡыны. Халыҡ ҡанун китабын үтә лә иғтибар менән тыңланы.


Бары ҡанун һәм шаһитнамәгә генә мөрәжәғәт итегеҙ. Әгәр ҙә уларҙың әйткәне шуларға тап килмәй икән, улар өсөн таң атмаясаҡ.


Муса ҡушҡандарҙың барыһы ла Осрашыу сатыры алдына килтерелде. Бөтә йәмғиәт Раббы хозурына йыйылды.


Тотош Исраил өсөн Хорев тауында ҡолом Муса аша биргән ҡанунды, Минең ҡағиҙә һәм ҡарарҙарымды иҫегеҙҙән сығармағыҙ.


– Бына шуға күрә, – тине уларға Ғайса, – Күктәр Батшалығын өйрәнгән һәр ҡанун белгесе келәтенән яңы әйберҙәрҙе лә, иҫкеләрен дә сығарған йорт хужаһына оҡшаған.


– Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ кешеләрҙән Күктәр Батшалығын бикләп тотаһығыҙ, үҙегеҙ ҙә инмәйһегеҙ, инергә теләүселәрҙе лә индермәйһегеҙ!


– Муса урынын фарисейҙар һәм ҡанун белгестәре биләп алды.


Шуға күрә Мин һеҙгә пәйғәмбәрҙәрҙе, аҡыл эйәләрен һәм ысын ҡанун белгестәрен ебәрәм. Һеҙ уларҙың берәүҙәрен үлтерерһегеҙ, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡларһығыҙ, бүтәндәрен ғибәҙәтханаларҙа ҡамсылатып, ҡаланан ҡалаға ҡыуып йөрөтөрһөгөҙ.


бөтә исраилдар Аллағыҙ Раббы алдына баҫыр өсөн Раббы Үҙе һайлаған ергә йыйылғас, ошо ҡанунды ҡысҡырып уҡығыҙ.


Бөтә Исраил халҡы, Дандан алып Беер-Шәвәғкә тиклем һуҙылған ерҙәрҙә, Ғилғәд төбәгендә йәшәгән Исраил халҡы, бөтә йәмғиәт – барыһы бер булып Миспаға Раббы хозурына йыйылды.


Бөтә халыҡ бер кешеләй булып ошолай ҡарар итте: – Беребеҙ ҙә сатырыбыҙға ҡайтмайбыҙ, өйҙәребеҙгә таралышмайбыҙ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan