Нөхәмияһ 7:73 - Изге Яҙма73 Шулай итеп, бөтә исраилдар – ҡаһиндар, левиҙәр, ҡапҡа һаҡсылары, йырсылар, ҡорам хеҙмәтселәре, ябай халыҡ үҙ ҡалаларында йәшәй башланы. Faic an caibideil |
Шулай итеп, исраилдарҙың бер өлөшө, ҡаһиндар, левиҙәр, ҡорам хеҙмәтселәре һәм Сөләймәндең хеҙмәтселәренең нәҫелдәре Йәһүҙә ҡалаларында, үҙ биләмәләрендә, ә Йәһүҙә менән Бинйәмин ырыуынан ҡайһы берәүҙәр Йәрүсәлимдә төпләнеп ҡалды. Йәрүсәлимдә йәшәгән өлкә башлыҡтары түбәндәгеләр: Йәһүҙә ырыуынан: Ғаҫаяһ, ул – Ғуззияһ улы, Ғуззияһ – Зәкәрьяһ, Зәкәрьяһ – Амаръяһ, Амаръяһ – Шефатъяһ, Шефатъяһ – Маһалалил, Маһалалил – Пәрәс нәҫеленән ине.