Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Нөхәмияһ 7:70 - Изге Яҙма

70 Ҡайһы бер нәҫел башлыҡтары төҙөлөш эштәренә үҙ өлөшөн индерҙе. Өлкә башлығы бер мең драхма алтын, илле сеүәтә, ҡаһиндарға биш йөҙ утыҙ кейем бирҙе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Нөхәмияһ 7:70
15 Iomraidhean Croise  

көл көршәктәре, көрәктәр, ҡан һирпеү өсөн сеүәтәләр. Хирам Сөләймән батшаға Раббы ҡорамы өсөн яһаған был әйберҙәрҙең барыһы ла шымартылған баҡырҙан ине.


саф алтындан яһалырға тейешле сәнскеләр, ҡан һирпеү өсөн сеүәтәләр, ҡомғандар, алтын табаҡтар өсөн күпме алтын, көмөш табаҡтар өсөн күпме көмөш;


Хурам көл көршәктәре, көрәктәр, ҡан һирпер өсөн сеүәтәләр эшләй. Шулай итеп, ул Сөләймән батшаға Алла ҡорамы өсөн кәрәк булған бөтә эштәрен тамамлай:


Тағы ла ун өҫтәл яһатып, ҡорамдың эсендә: бишеһен – уң, бишеһен һул яҡҡа ҡуйҙыра, шулай уҡ ҡан һирпеү өсөн йөҙ алтын сеүәтә эшләтә.


Мөһөрҙәрен баҫтылар: Хахалъяһ улы Нөхәмияһ – өлкә башлығы, Сидкияһ,


Өлкә башлығы уларға: «Урим һәм туммим менән эш иткән ҡаһин килеп хәл иткәнгә тиклем һеҙ Аллаға килтерелгән изгеләрҙән-изге саҙаҡаларҙан ашай алмайһығыҙ», – тине.


дүрт йөҙ утыҙ биш дөйәһе, алты мең ете йөҙ егерме ишәге бар ине.


Нәҫел башлыҡтарының ҡайһы берҙәре төҙөлөш эштәре өсөн тәғәйенләнгән хазина һаҡлағысҡа егерме мең драхма алтын, ике мең ике йөҙ мина көмөш бирҙе.


Шунан һуң өлкә башлығы Нөхәмияһ, ғилем эйәһе Ғөзәйер ҡаһин, халыҡты өйрәтеүсе левиҙәр һәммә кешеләргә: – Был көн – Аллағыҙ Раббы өсөн изге көн, шуға күрә ҡайғырмағыҙ, иламағыҙ, – тине, сөнки ҡанун һүҙҙәрен тыңлап, бар булған халыҡ илай ине.


Шунан бер бәйләм майағас үләнен һауытҡа ағыҙып алынған ҡанға манып, ошо ҡанды ишектең ике яңағына, ҡашағаһына һөртөгөҙ. Иртәнгә тиклем бер кем дә өйөнән сыҡмаһын.


Муса ҡандың яртыһын туҫтаҡтарға ағыҙып алды, ҡалған ҡанды ҡорбан усағы өҫтөнә һирпте.


Тастарҙы, күмер сүлмәктәрен, сеүәтәләрҙе, ҡаҙандарҙы, шәмдәлдәрҙе, хуш еҫ төтәҫләгестәрҙе, түкмә ҡорбандар өсөн һауыттарҙы, алтындан һәм көмөштән ҡойолған әйберҙәрҙе нөгәрҙәр башлығы алып китте.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan