4 Йәрүсәлим иркен һәм ҙур ҡала, әммә кешеләре аҙ ине. Йорттарҙың күбеһе аяҡҡа баҫтырылмағайны әле.
Халыҡтың башлыҡтары Йәрүсәлимдә төйәкләнде. Бүтәндәр йәрәбә һалды: уларҙың ундан бер өлөшө изге ҡала Йәрүсәлимдә ҡаласаҡ, ә ҡалған туғыҙ өлөшө башҡа ҡалаларҙа йәшәйәсәк ине.
Халыҡ үҙ теләге менән Йәрүсәлимдә йәшәргә ризалыҡ биргән бөтә кешеләргә фатиха ҡылды.
Мин уларға: – Йәрүсәлим ҡапҡаларын ҡояш ҡыҙҙыра башламайынса асмағыҙ. Ҡапҡа һаҡсылары ҡарауылда торған саҡтарында ҡапҡаларҙы ябып бикләһендәр. Һаҡсылар итеп Йәрүсәлимдә йәшәгән кешеләрҙе ҡуйығыҙ, ҡайһы берәүҙәре билдәләнгән урында, икенселәр үҙ йорттары ҡаршыһында торһон, – тинем.
Аллам күңелемә дәрәжәле кешеләрҙе, түрәләрҙе һәм бөтә ябай халыҡты туплап, нәҫелдәр буйынса иҫәп алыу ихтыярын һалды. Мин әсирлектән иң тәүҙә ҡайтҡан кешеләрҙең нәҫел исемлеген табып алдым. Унда былай тип яҙылғайны:
Боронғо харабаларҙы ҡабат торғоҙорһоң, Иҫке нигеҙҙәр өҫтөнә яңыларын ҡорорһоң. Һине „емерек диуарҙарҙы төҙәтеүсе, Йәшәү өсөн урамдарҙы яңыртыусы“ тип атарҙар.
Иң тәүҙә Алла Батшалығын эҙләгеҙ һәм Уның хаҡ ихтыяры үтәлеүенә ынтылығыҙ, шул саҡта һеҙгә быларҙың барыһы ла бирелер.