Нөхәмияһ 7:1 - Изге Яҙма1 Диуар төҙөлөп бөтөп, ҡапҡаларҙы ҡуйғандан һуң, ҡапҡа һаҡсылары, йырсылар һәм левиҙәр тәғәйенләнде. Faic an caibideil |
Йәрүсәлимдәге Алла йортона килгәндең икенсе йылының икенсе айында Шеалтиил улы Зеруббавел, Йосадаҡ улы Йешуағ һәм уларҙың ҡәрҙәштәре – ҡаһиндар, левиҙәр, әсирлектән Йәрүсәлимгә ҡайтҡандарҙың һәммәһе эшкә тотондо. Егермеһе тулып үткән левиҙәрҙе Раббы йортон төҙөү барышына күҙәтсе итеп тәғәйенләнеләр.
Шулай итеп, исраилдарҙың бер өлөшө, ҡаһиндар, левиҙәр, ҡорам хеҙмәтселәре һәм Сөләймәндең хеҙмәтселәренең нәҫелдәре Йәһүҙә ҡалаларында, үҙ биләмәләрендә, ә Йәһүҙә менән Бинйәмин ырыуынан ҡайһы берәүҙәр Йәрүсәлимдә төпләнеп ҡалды. Йәрүсәлимдә йәшәгән өлкә башлыҡтары түбәндәгеләр: Йәһүҙә ырыуынан: Ғаҫаяһ, ул – Ғуззияһ улы, Ғуззияһ – Зәкәрьяһ, Зәкәрьяһ – Амаръяһ, Амаръяһ – Шефатъяһ, Шефатъяһ – Маһалалил, Маһалалил – Пәрәс нәҫеленән ине.