8 Әммә мин: «Әйткәндәреңдең береһе лә дөрөҫ түгел, һин уны үҙең уйлап сығарғанһың», – тигән яуап ебәрҙем.
Йәрүсәлимдә һинең хаҡта: „Йәһүҙәлә батша бар!“ – тип хәбәр таратһындар өсөн пәйғәмбәрҙәр ҡуйғанһың икән, тиҙәр. Был хәбәр батшаға ла ишетелер. Кил, бергәләшеп кәңәш-төңәш итәйек».
Һеҙ иһә яраларымды ялған менән һылайһығыҙ, Бөтөнөгөҙ ҙә булдыҡһыҙ табипһығыҙ.
Һин Раббыға инан, яҡшылыҡ ҡыл; Ошо ерҙә төйәкләнеп, тоғролоҡта ғүмер кисер.
Кешене ғәйебе өсөн әрләп тәрбиәләйһең, Көйә ашағандай, ҡәҙерле әйберҙәрен юҡ итәһең. Ысынлап та әҙәм – бары тик бер һулыш ҡына. Села
Ахмаҡ эсенән генә уйлай: «Алла юҡ!» Кеше боҙолдо, әшәкелеге алдан йөрөй. Яҡшылыҡ ҡылыусы бер кем дә юҡ.
Һис кем хөкөм ғәҙел булһын, тимәй, Үҙ дәғүәһен дөрөҫлөк менән яҡламай. Буш һүҙгә ышаналар, ялған һөйләйҙәр. Яуызлыҡҡа йөклө булып, золом тыуҙыралар.
Әлеге ике батша, мәкер уйлап, бер өҫтәл артына ултырыр һәм бер-береһенә ялған һүҙҙәр һөйләр, ләкин бер нәмә лә барып сыҡмаҫ, сөнки алдан билдәләп ҡуйылған ахыр сәғәте килеп етмәгән әле.
Эй һеҙ, ағыулы йылан тоҡомо! Яуыз була тороп, һеҙ нисек яҡшы һүҙ һөйләй алаһығыҙ? Кеше күңелендә нимә йөрөтә, телендә лә шул була.
Һеҙҙең атағыҙ – Иблис, һәм һеҙ атағыҙҙың теләктәрен үтәргә теләйһегеҙ. Ул баштан уҡ кеше үлтереүсе булған һәм хәҡиҡәт менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ, сөнки унда хәҡиҡәт юҡ. Ул ялғанды һөйләгәндә үҙ асылы буйынса эшләй, ул – ялғансы, ялғандың атаһы.
– Мин ҡайсар хөкөмө алдында торам һәм эшем шунда ҡаралырға тейеш. Үҙең дә белеп тораһың, мин йәһүдтәргә бер насарлыҡ та ҡылманым.
Паулус күренгәс, Йәрүсәлимдән килгән йәһүдтәр уны уратып алды һәм күп төрлө етди енәйәттәрҙә ғәйепләй башланы. Ләкин ташлаған ғәйептәрен иҫбат итә алманылар.