7 Йәрүсәлимдә һинең хаҡта: „Йәһүҙәлә батша бар!“ – тип хәбәр таратһындар өсөн пәйғәмбәрҙәр ҡуйғанһың икән, тиҙәр. Был хәбәр батшаға ла ишетелер. Кил, бергәләшеп кәңәш-төңәш итәйек».
– Әле иһә Адонияһ батша булған, ә һин, хакимым, бер нәмә лә белмәйһең.
Сөнки ул бөгөн ҡырға сығып бик күп үгеҙ, һимертелгән башмаҡ һәм ваҡ мал салды. Батшаның бөтә улдарын, ғәскәр башлыҡтарын, Әвйәҫәр ҡаһинды саҡырҙы. Әле барыһы ла уның янында ашап-эсеп ултыралар, «Йәшәһен Адонияһ батша!» – тип ҡысҡыралар.
Шунда Садоҡ ҡаһин менән Наҫан пәйғәмбәр уны Исраилға батша итеп мәсехләһен. Унан борғо ҡысҡыртып: «Йәшәһен Сөләймән батша!» – тип тәбрикләгеҙ.
Адонияһ Серуяһ улы Йоав менән Әвйәҫәр ҡаһиндан кәңәш һорай торған булды. Был икәү Адонияһ яҡлы ине.
Хатта былай тип яҙылғайны: «Халыҡтар араһында шундай һүҙ йөрөй, Гешем дә әйтә, имеш, йәһүдтәр менән һин фетнә күтәрергә йөрөйһөң, диуарҙы ла шуға төҙөйһөң икән. Үҙең уларҙың батшаһы булып ултырырға теләйһең,
Әммә мин: «Әйткәндәреңдең береһе лә дөрөҫ түгел, һин уны үҙең уйлап сығарғанһың», – тигән яуап ебәрҙем.
Ә хәҙер һеҙ һәм Юғары кәңәшмә, уның хаҡындағы эште теүәлерәк тикшерергә теләйбеҙ тигән булып, ғәскәриҙәр башлығынан уны янығыҙға килтереүҙәрен һорағыҙ. Беҙ әҙер генә торорбоҙ ҙа уны бында килеп етмәҫ борон уҡ үлтерербеҙ, – тинеләр.