2 Санбаллат менән Гешем миңә: «Кил, Оно тигеҙлегендәге ауылдарҙың береһендә осрашайыҡ», – тип хәбәр ебәрҙе. Улар миңә яуызлыҡ ҡылырға уйлай ине.
– Һаумы, ҡустым? – тип иҫәнләште Йоав Ғамаса менән. Шунан Йоав, үбергә теләгән кеше булып, уң ҡулы менән Ғамасаның һаҡалынан тотто.
Авнерҙы Хевронға алып килгәс, Йоав уны, йәнәһе, икәүҙән-икәү йәшерен һөйләшәбеҙ тигән булып, ҡапҡа эсенә алып инде лә ҡорһағына сәнсте. Шулай итеп, Йоав Авнерҙан ҡустыһы Ғасаһил өсөн үс алды.
Әлпәғәлдең улдары: Ғевәр, Мишғам, Шемед – ул Оно менән Лод ҡалаларын һәм уның тирәһендәге ауылдарҙы төҙөй,
Лодта, Онола, Балта оҫталары үҙәнендә йәшәне.
Уның эргәһендә әйләнә-тирәлә йәшәгән ҡаһиндар эшләне.
Мин дә уларға хәбәрселәр аша: «Мин мөһим эш менән мәшғүлмен, шуға күрә бара алмайым. Һеҙгә китһәм, эш туҡтап ҡала бит!» – тип яуап ҡайтарҙым.
Йә Раббы, ҡасанға саҡлы, Мәңгегәме мине оноторһоң? Минән йөҙ йәшерерһең ҡасанға тиклем?
Дуҫ-иштәрем ауырыуымды күреп ҡасты, Яҡындарым минән йыраҡлашты.
Шулай уҡ мин һәр төрлө хеҙмәт, эштәге оҫталыҡ кешеләр араһындағы көнсөллөктән булғанын да күрҙем. Былар бөтәһе лә – буш мәшәҡәт, ел артынан ҡыуыу.
Неҫанъяһ улы Исмәғил һәм уның менән бергә килгән ун кеше, тороп, Шафандан тыуған Ахиҡамдың улы Гедалъяһты – Бабил батшаһы тарафынан илгә идарасы итеп ҡуйылған кешене – ҡылыс менән сәнсеп үлтерҙе.
Һәр ваҡыттағы һымаҡ халыҡ һинең яныңа килер, Минең халҡым булараҡ ҡаршыңа ултырыр, һүҙҙәреңде тыңлар, әммә әйтелгәндәрҙе үтәмәҫ. Телдәре менән ихласлыҡтарын күрһәтерҙәр, әммә күңелдәре хаҡһыҙ табыш артынан ынтылыр.