Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Нөхәмияһ 6:10 - Изге Яҙма

10 Бер көндө мин Меһетавилдан тыуған Делаяһтың улы Шемағъяһҡа килдем. Ул үҙенең өйөндә бикләнеп ултыра икән. Шемағъяһ миңә: – Әйҙә, Алла йортона барайыҡ, ҡорам эсенә инеп, уның ишектәрен эстән бикләйек. Сөнки һине үлтерергә киләсәктәр, бөгөн төндә киләсәк улар, – тине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Нөхәмияһ 6:10
21 Iomraidhean Croise  

Ғахбор улы Бәғел-Ханан үлгәс, уның урынына тәхеткә Һадар ултыра. Уның ҡалаһы Пағу, ҡатынының исеме – Меһетавил. Меһетавил – Матредтың ҡыҙы, Мезаһавтың ейәнсәре була.


Ҡорамдың диуарын әйләндереп төкәтмә төҙөттө – ҙур зал һәм эске бүлмә тирәләй төкәтмә бүлмәләр эшләтте.


Илдә Ғаҫалъяһ батшалыҡ иткән ваҡытта, бала һөт әсәһе менән бергә алты йыл буйына Раббы ҡорамында йәшенеп йәшәне.


Ахав йорто юҡ булыр. Исраилда уның нәҫеленән булған ир енесенең барыһын да, иреклеме ул, ҡолмо, ҡырып бөтәм.


Ахаз иһә Алла ҡорамындағы бөтә һауыттарҙы йыйып ала, вата-ҡыра, Раббы ҡорамының ишектәрен бикләй һәм Йәрүсәлимдең һәр бер мөйөшөндә сит аллаларға ҡорбан усаҡтары яһап ҡуя,


Батшалыҡ итеүенең тәүге йылының тәүге айында уҡ ул Раббы ҡорамының ишектәрен ҡайтанан астыра һәм уларҙы йүнәттерә.


Улар хатта айуан ишектәрен бикләп ҡуйҙы, майшәмдәрҙе һүндерҙе, хуш еҫ төтәтмәне, Исраил Аллаһының мөҡәддәс урынында тотош яндырыуҙар башҡарманы.


Харим нәҫеленән: Әлиғәзәр, Йишшияһ, Малкияһ, Шемағъяһ, Шимғон,


Мин башлыҡтарҙан Әлиғәзәрҙе, Ариилды, Шемағъяһты, Әлнаҫанды, Яривты, Әлнаҫанды, Наҫанды, Зәкәрьяһты, Мешулламды, остаздарҙан Йоярив менән Әлнаҫанды саҡыртып, кеше ебәрҙем.


Мин уны Алла ебәрмәгәнен һәм уның миңә ҡаршы Товияһ менән Санбаллат яллағанға күрә пәйғәмбәрлек иткәнен асыҡ аңланым.


Йә Раббы, ҡасанға саҡлы, Мәңгегәме мине оноторһоң? Минән йөҙ йәшерерһең ҡасанға тиклем?


Дуҫ-иштәрем ауырыуымды күреп ҡасты, Яҡындарым минән йыраҡлашты.


Аллаһыҙҙың теле күршеһен һәләк итер, тәҡүәләр белеме менән ҡотолоп ҡалыр.


Шунан Йермеяһ Барухҡа былай тине: – Миңә Раббы йортона инергә рөхсәт юҡ.


Шунда миңә рух иңде, мине аяғөҫтө баҫтырҙы. – Ҡайт, өйөңә инеп биклән, – тине Раббы миңә. –


Исмаһам, арағыҙҙан берәү Алла йорто ҡапҡаһын бикләп ҡуйһа икән, ҡорбан усағымда бушҡа утын яндырмаҫтар ине! Мин һеҙҙән риза түгелмен, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Килтергән ҡорбандарығыҙҙы ҡабул итмәйем.


Ялған пәйғәмбәрҙәрҙән һаҡланығыҙ: улар янығыҙға һарыҡ тиреһе ябынып килер, ә асылда йыртҡыс бүреләр улар.


Яуызлыҡ ҡылған һәр кем яҡтылыҡҡа нәфрәтле, шуға ла, үҙенең яман эштәре асылыуҙан ҡурҡып, яҡтылыҡҡа килмәй.


Бөтә ҡалала ығы-зығы ҡупты, төрлө яҡтан халыҡ йыйылды. Паулусты тотоп алып Алла йортонан һөйрәп сығарҙылар, һәм ҡапҡалар шунда уҡ бикләнде.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan