Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Нөхәмияһ 6:1 - Изге Яҙма

1 Санбаллатҡа, Товияһҡа, ғәрәп Гешемға һәм башҡа дошмандарыбыҙға минең диуарҙы төҙөп бөтөрөүем һәм унда емерек урындарҙың ҡалмауы хаҡында хәбәр барып ишетелгәс, әйткәндәй, мин ул ваҡытта ҡапҡаларҙы ҡуймаған да инем әле –

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Нөхәмияһ 6:1
10 Iomraidhean Croise  

Быға тиклем Аллабыҙ йортоноң келәттәре өсөн яуаплы итеп Әлйәшив ҡаһин тәғәйенләнгәйне. Ул, Товияһтың туғаны булғанға күрә,


Хорон кешеһе Санбаллат менән ғаммондар түрәһе Товияһ, Исраил халҡы мәнфәғәтен ҡайғыртып йөрөгән кеше килгәнен ишеткәс, йәндәре көйҙө.


Быны ишеткәс, Хорон кешеһе Санбаллат, ғаммондар түрәһе Товияһ һәм ғәрәп Гешем беҙҙән мыҫҡыллы көлөп: – Нимә эшләргә уйлайһығыҙ? Әллә батшаға ҡаршы баш күтәрергә йөрөйһөгөҙмө? – тинеләр.


Бына шунан һуң баш ҡаһин Әлйәшив менән башҡа ҡаһиндар эшкә тотоноп Һарыҡ ҡапҡаһын төҙөнөләр. Уны изгеләндереп, ҡапҡаһын элделәр. Улар Меа манараһына һәм Хананил манараһына тиклем булған диуарҙы изгеләндерҙеләр.


Балыҡ ҡапҡаһын Сенаа нәҫеле төҙөнө: ҡапҡаның өрлөктәрен һалып, ҡапҡаһын яһап, йоҙаҡ һәм арҡыры бик эшләп ҡуйҙылар.


Иҫке ҡапҡаны Пасеах улы Йоядағ менән Бесодъяһ улы Мешуллам йүнәтте: улар ҡапҡаның өрлөгөн һалып, ҡапҡаһын яһап, йоҙаҡ һәм арҡыры бик эшләп ҡуйҙы.


Диуарҙы төҙөүебеҙҙе ишеткәс, Санбаллаттың бик ныҡ асыуы килде, йәне көйөп, йәһүдтәрҙе мыҫҡыл итте.


Диуар төҙөлөп бөтөп, ҡапҡаларҙы ҡуйғандан һуң, ҡапҡа һаҡсылары, йырсылар һәм левиҙәр тәғәйенләнде.


Бел һәм төшөн: Йәрүсәлимде аяҡҡа баҫтырырға һәм яңынан төҙөргә тигән хәбәрҙән алып, мәсехләнгән хаким килгәнгә тиклем ете тапҡыр етешәр йыл һәм тағы алтмыш ике тапҡыр етешәр йыл үтер – ошо ваҡыт эсендә оҙон соҡорҙары, урамдары менән ҡала аяҡҡа баҫтырылыр, ләкин былар афәтле йылдар булыр.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan