6 Уларҙың ошондай һүҙҙәрен, зарланыуын ишеткәс, мин бик асыуландым.
Бының өсөн мин уларҙы һүктем, ҡәһәрләнем, ирҙәрҙең ҡайһы берҙәрен туҡманым, сәстәрен йолҡтом, Алла хаҡына ҡыҙҙарығыҙҙы уларҙың улдарына бирмәгеҙ, ә улдарығыҙға һәм үҙегеҙгә ҡыҙҙарын алмағыҙ, тип ялбарҙым.
Был мине бик ныҡ асыуландырҙы. Мин Товияһтың бөтә йорт әйберҙәрен бүлмәнән сығарып ташланым.
Бер аҙ уйлағандан һуң, дәрәжәле кешеләрҙе һәм башлыҡтарҙы ҡаты шелтәләп, әйттем: – Һеҙ үҙ ағай-энеләрегеҙҙән артығын алаһығыҙ, – тинем. Улар арҡаһында мин ҙур йыйын йыйҙым
– Шунан ошо ярандарың бөтәһе лә алдыма килеп эйелер, – тип тамамлап ҡуйҙы Муса. – «Үҙең дә, һин әйҙәгән халыҡ та тиҙерәк китһен», – тип ялбарыр. Ана шул сағында мин китермен. Муса фирғәүен янынан бик ныҡ асыуланып сығып китте.
Мусаның быға бик ныҡ асыуы килде лә Раббыға: – Уларҙың саҙаҡаһына илтифат итмә. Мин уларҙан хатта бер ишәк тә алманым, береһенә бер яманлыҡ ҡылманым, – тине.
Ҡаты бәғерле булыуҙарына көйөнөп, Ғайса уларға асыулы ҡарап алды ла әлеге кешегә: – Ҡулыңды һуҙ! – тине. Ауырыу ҡулын һуҙғайны, ҡулы һауыҡты.
Асыулы сағығыҙҙа ла гонаһ ҡылмағыҙ, ҡояш байығансы ярһыуығыҙ баҫылһын.