Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Нөхәмияһ 5:5 - Изге Яҙма

5 Башҡа йәһүд туғандарыбыҙ ниндәй ҡамырҙан яһалһа, беҙ ҙә шул уҡ ҡамырҙан әүәләнгәнбеҙ; беҙҙең балаларыбыҙ ҙа уларҙың балалары кеүек. Ә бына беҙ үҙ улдарыбыҙ менән ҡыҙҙарыбыҙҙы ҡоллоҡҡа бирергә тейешбеҙ, ҡыҙҙарыбыҙҙың ҡайһылары ҡоллоҡҡа төштө лә инде. Ә беҙ бер нәмә лә эшләй алмайбыҙ, баҫыуҙарыбыҙ ҙа, йөҙөм баҡсаларыбыҙ ҙа башҡалар ҡулында, – тинеләр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Нөхәмияһ 5:5
10 Iomraidhean Croise  

Лаван: – Ысынлап та һин минең һөйәгем, минең итемдәнһең икән, – тине. Яҡуптың Лаванда йәшәй башлауына ай тулғас,


Исмәғил кешеләренә һатайыҡ та ебәрәйек, ҡулыбыҙ ҙа таҙа булыр. Ул барыбер беҙҙең ҡәрҙәшебеҙ, бер ҡан бит, – тине. Ағай-эне бының менән килеште.


Бер көндө Ильясиғинға пәйғәмбәрҙәр төркөмөндәге бер кешенең ҡатыны ярҙам һорап килде. – Эй хакимым, минең ирем, һинең ҡолоң, үлде! Үҙең беләһең, ул Раббынан ҡурҡҡан кеше ине. Әле иһә унан аласағы булған бер әҙәм килде лә бурыс өсөн ике улымды ҡол итергә теләй, – тине ул.


Бай ярлылар өҫтөнән хакимлыҡ итер, бирәсәккә алған – биреүсегә ҡол.


Раббы былай ти: «Мин ҡыуып ебәргән әсәгеҙҙең айырылышыу ҡағыҙы бармы әллә? Йәки Мин һеҙҙе берәйһенә бурысымды ҡайтарыр өсөн һатып ебәрҙемме? Юҡ, һеҙ гонаһтарығыҙ өсөн һатылдығыҙ, Әсәйегеҙ һеҙҙең енәйәтегеҙ арҡаһында ҡыуылды.


Икмәгеңде астар менән бүлеш, Йортһоҙ фәҡирҙәрҙе өйөңә саҡыр, Яланғасты күрһәң, кейендер, Туғандарыңдан ситкә боролма.


Уның түләрлек аҡсаһы булмағас, бурысын ҡайтарыр өсөн, батша уның үҙен дә, ҡатынын да, балаларын да, бөтә мөлкәтен дә һатырға әмер биргән.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan