4 Ҡайһы берәүҙәре: – Батшаға яһаҡ түләр өсөн беҙ баҫыуҙарыбыҙҙы, йөҙөм баҡсаларын аманат итеп биреп, бурысҡа аҡса алабыҙ.
Сөләймән исраилдар тулыһынса ҡырып бөтмәгән һәм илдә ҡалған был халыҡтарҙың тоҡомдарын мәжбүри эшселәр итте. Был хәл бөгөнгө көнгә тиклем шулай.
Батшаға шул да мәғлүм булһын: әгәр ҙә мәгәр был ҡала төҙөлөп, диуарҙары аяҡҡа баҫтырыла икән, улар яһаҡ та, һалым да, юл һалымы ла түләмәйәсәк, батша ҡаҙнаһы зыян күрәсәк.
Йәрүсәлимдә бөтә Евфрат йылғаһы аръяғын биләп торған ҡеүәтле батшалар булғанлығын, уларға яһаҡ, һалым, юл һалымы түләп торғандарын белдем.
Тағы шуны белдерәм: Алла йортонда хеҙмәт иткән ҡаһиндар һәм левиҙәр, ҡорам йырсылары, ҡапҡа һаҡсылары, ҡорам хеҙмәтселәре һәм эшселәренең береһенә лә һалым да, юл һалымы ла, яһаҡ та һалынмаһын.
Ҡайһы берәүҙәре иһә: – Аслыҡ ваҡытында ашлығыбыҙ булһын тип баҫыуҙарыбыҙҙы, йөҙөм баҡсаларын, йорттарыбыҙҙы аманат итеп бирергә мәжбүрбеҙ, – тине.
Был ер үҙенең мул уңышын гонаһтарыбыҙ өсөн Һин беҙҙе баш һалырға дусар иткән батшаларға бирә. Беҙҙең менән дә, мал-тыуарыбыҙ менән дә улар ни теләһә, шуны эшләй, бик тә ҡыҫырыҡланып йәшәйбеҙ беҙ.
Бай ярлылар өҫтөнән хакимлыҡ итер, бирәсәккә алған – биреүсегә ҡол.
Әммә Әфраим ырыуы Гәзәрҙән ҡәнғәниҙәрҙе ҡыуып сығара алманы. Ҡәнғәниҙәр, мәжбүри хеҙмәт башҡарып, әфраимдар араһында әлеге көнгә тиклем йәшәй.