Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Нөхәмияһ 5:16 - Изге Яҙма

16 Бының урынына мин бөтөн көсөмдө диуарҙы төҙөү эшенә һалдым. Баҫыуҙар һатып алманыҡ, бөтә хеҙмәтселәрем дә диуарға эшкә йөрөнө.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Нөхәмияһ 5:16
11 Iomraidhean Croise  

Ә миңә тиклемге булған өлкә башлыҡтары, халыҡҡа ауырлыҡтарын һалып, уларҙан ҡырҡ шекел көмөшкә өҫтәп аҙыҡ-түлеген дә, шарабын да алған, хатта уларҙың хеҙмәтселәре лә халыҡты иҙгән. Мин улай эшләмәнем, Алланан ҡурҡтым.


Тирә-яҡ халыҡтарҙан килгәндәрҙе иҫәпкә алмағанда ла минең өҫтәлем артында йәһүдтәр һәм башлыҡтарҙан йөҙ иллешәр кеше ашай ине.


Мусаның быға бик ныҡ асыуы килде лә Раббыға: – Уларҙың саҙаҡаһына илтифат итмә. Мин уларҙан хатта бер ишәк тә алманым, береһенә бер яманлыҡ ҡылманым, – тине.


Ә уңдырышлы тупраҡҡа төшкән орлоҡ шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетеп, уны ихлас һәм саф күңел менән һаҡлай. Ундайҙар, сабырлыҡ күрһәтеп, уңыш килтерә.


гел генә изге эштәр ҡылып данға, хөрмәткә һәм үлемһеҙлеккә ынтылыусыларға мәңгелек тормош бирер;


Шулай итеп, ҡәҙерле имандаштарым, Раббы эшенә һәр ваҡыт үҙегеҙҙе бағышлап һәм бар көсөгөҙҙө һалып, ныҡ тороғоҙ, ҡаҡшамаҫ булығыҙ, Раббы өсөн хеҙмәтегеҙҙең бушҡа булмағанын беләһегеҙ бит.


Изгелек ҡылыуҙан арымайыҡ, әгәр туҡталмаһаҡ, шул саҡ уңышты ваҡытында урып алырбыҙ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan