Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Нөхәмияһ 5:13 - Изге Яҙма

13 Өҫтөмдәге кейемемде һелктем дә әйттем: – Һүҙендә тормаған һәр кешене Алла уның үҙ йортонан, бөтә хужалығынан бына ошолай һелкеп ташлаһын! Әйҙә ул кеше һелкеп ырғытылып буш ҡалһын! Йыйылған бөтә кеше «амин» тип торҙо, Аллаға маҡтау яуҙырҙы. Халыҡ биргән вәғәҙәһен үтәне.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Нөхәмияһ 5:13
17 Iomraidhean Croise  

Бағана янында баҫып торған батша Раббы менән килешеү төҙөнө: Раббы юлынан йөрөргә, Уның бойороҡтарын, күрһәтмәләрен һәм ҡағиҙәләрен бөтә йөрәктән, ихлас күңел менән теүәл үтәргә, был китапта яҙылған килешеүҙең шарттарын ғәмәлгә ашырырға вәғәҙә бирҙе. Бар халыҡ был килешеүгә ҡушылды.


Раббы, Исраил Аллаһы Мәңге-мәңгегә мөбәрәк булһын! Шунан барса халыҡ: «Амин!» – ти һәм Раббыны данлай.


Ғөзәйер бөйөк Алла Раббыға маҡтау-шөкөрана ҡылды. Барлыҡ халыҡ ҡулдарын өҫкә күтәреп: «Амин, амин», – тип торҙо. Һуңынан барыһы ла баштарын эйҙе һәм йөҙтүбән ергә ҡапланып Раббыға сәждә ҡылды.


Ҡотҡарыуыңдың шатлығын миңә ҡайтар, Һине тыңларға ашҡынып торған рух биреп, Миңә таяныс бул.


Шунан үҙ-үҙемә әйттем: «Бына нимә минең өсөн хәсрәт: Юғарыларҙан Юғары уң ҡулы менән Беҙгә элекке һымаҡ ярҙам күрһәтмәй».


Ҡанун боҙғандар яуызды маҡтай, ҡанунға тоғролар уларға ҡаршы сыға.


Ауыҙыңдан сыҡҡан һүҙҙәр гонаһҡа килтермәһен, Алла илсеһе алдында: «Был – яңылышлыҡ булды!» – тип әйтмә. Юҡһа Алла, әйткәнеңә асыуланып, ҡулыңдың эшен юҡҡа сығарыр.


Ҡәһәр төшөрә торған ошо һыу, һинең ҡорһағыңды күптерер һәм ҡарыныңды буш итер өсөн, эсеңә үтеп инһен», – тиһен. Ҡатын иһә: «Амин, амин», – тип раҫлаһын.


Ә берәй йорт йәки ҡала һеҙҙе ҡабул итмәһә, һүҙҙәрегеҙгә ҡолаҡ һалмаһа, унан киткәндә аяҡтарығыҙҙағы туҙанды ҡағып төшөрөгөҙ.


Паулус менән Барнабас иһә, уларға ҡаршылыҡ йөҙөнән, аяҡтарындағы туҙанды ҡағып төшөрҙө һәм Иконион ҡалаһына китте.


Әммә йәһүдтәр уға ҡаршы сығып, яман телләшә башлағас, кейемендәге туҙанды ҡағып: – Һәләкәтегеҙгә үҙегеҙ ғәйепле. Минең намыҫым таҙа, инде башҡа халыҡтар араһына китәм, – тине.


Рухың менән генә шөкөр иткәндә, иман менән ҡыҙыҡһынған сит кеше рәхмәт уҡыуыңа нисек «амин» тип әйтһен? Ул бит һинең нимә әйткәнеңде аңламай!


– Бөгөн Раббы Исраил батшалығын һинән ошолай йыртып алды һәм һинән яҡшыраҡ яҡыныңа бирҙе, – тине Шемуил. –


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan