Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Нөхәмияһ 5:12 - Изге Яҙма

12 – Ярай, ҡайтарырбыҙ, уларҙан бер ни ҙә һорамаҫбыҙ, һин ни әйтһәң, шуны эшләрбеҙ, – тинеләр. Мин ҡаһиндарҙы саҡырып алдым да, шулай эшләйәсәкбеҙ, тип ант итергә ҡуштым.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Нөхәмияһ 5:12
15 Iomraidhean Croise  

Бөтә йыйын көслө тауыш менән: – Һин беҙгә нимә тип әйтәһең, шулай эшләрбеҙ! – тип ҡысҡырҙы. –


Ғөзәйер тороп баҫты. Ҡаһиндарҙың башлыҡтарын, левиҙәрҙе, бөтә исраилдарҙы, беҙ шулай эшләйәсәкбеҙ, тип ант итергә ҡушты. Улар ант итте.


үҙ ағай-энеләренә, уларҙың иң арҙаҡлыларына ҡушылды. Алланың ҡоло Муса аша бирелгән ҡанунына ярашлы йәшәргә, Хакимыбыҙ Раббының бөтә бойороҡтарын, ҡарар һәм ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, әгәр ҙә үтәмәһәләр, Алланың ләғнәтенә дусар булырға ант итеп йөкләмә алдылар.


Ант иттек: сит халыҡтарға ҡыҙҙарыбыҙҙы бирмәбеҙ, уларҙың ҡыҙҙарын улдарыбыҙға алмабыҙ.


Сит халыҡтар шәмбе йәки башҡа берәй изге көндә һатырға төрлө тауар һәм иген алып килһә, был көндө беҙ уларҙан әйбер һатып алмаҫбыҙ. Һәр етенсе йылда ерҙе эшкәртмәҫбеҙ һәм бер ниндәй бурысты ла кире ҡайтарып алмаҫбыҙ.


Бының өсөн мин уларҙы һүктем, ҡәһәрләнем, ирҙәрҙең ҡайһы берҙәрен туҡманым, сәстәрен йолҡтом, Алла хаҡына ҡыҙҙарығыҙҙы уларҙың улдарына бирмәгеҙ, ә улдарығыҙға һәм үҙегеҙгә ҡыҙҙарын алмағыҙ, тип ялбарҙым.


Уларҙың баҫыуҙарын, йөҙөм һәм зәйтүн баҡсаларын, йорттарын, бурысҡа биреп торған аҡса, икмәк, шарап һәм зәйтүн майы өсөн тейешле рибаны уларға хәҙер үк кире ҡайтарығыҙ.


Ғайса бер нәмә лә өндәшмәне. Иң баш ҡаһин Унан: – Тере Алла алдында ант итеп әйтеүеңде талап итәм: Һин Алла Улы Мәсихме? – тип һораны.


Зәкхәйос иһә, тороп, Раббы Ғайсаға: – Хужам! Мөлкәтемдең яртыһын фәҡирҙәргә өләшермен, әгәр ҙә берәйһен алдаған булһам, дүртләтә ҡайтарып бирермен, – тине.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan