11 Уларҙың баҫыуҙарын, йөҙөм һәм зәйтүн баҡсаларын, йорттарын, бурысҡа биреп торған аҡса, икмәк, шарап һәм зәйтүн майы өсөн тейешле рибаны уларға хәҙер үк кире ҡайтарығыҙ.
Был ҡылығы һәм рәхимһеҙлеге өсөн унан һарыҡ хаҡын дүртләтә түләтергә кәрәк, – тине.
Мин дә, ағай-энеләрем менән хеҙмәтселәрем дә уларға бурысҡа көмөш һәм иген бирәбеҙ. Әммә, әйҙәгеҙ, бурыстарын кире ҡайтарғанда артығын алыуҙан туҡтайыҡ.
– Ярай, ҡайтарырбыҙ, уларҙан бер ни ҙә һорамаҫбыҙ, һин ни әйтһәң, шуны эшләрбеҙ, – тинеләр. Мин ҡаһиндарҙы саҡырып алдым да, шулай эшләйәсәкбеҙ, тип ант итергә ҡуштым.
Ғәҙелһеҙлек бығауҙарын өҙ, Ҡалып бауҙарын сис, Иҙелгәндәрҙе иреккә ебәр, Һәр төрлө ҡалыпты емер – Мин теләгән ураҙа ошолай була.
Ихлас тәүбә итеүегеҙҙе эш менән күрһәтегеҙ! «Беҙҙең атабыҙ бит Ибраһим!» – тип уйлай башламағыҙ. Һеҙгә әйтәм: Алла ошо таштарҙан да Ибраһимға балалар булдыра ала.
һин байлыҡ менән тултырмаған өйҙәрҙе, һин таштарын уйып яһамаған һыу соҡорҙарын, һин ултыртмаған йөҙөм һәм зәйтүн баҡсаларын бирер. Унда туйғансы ашарһың.
Бына мин ҡаршығыҙҙа торам. Хәҙер миңә Раббы хозурында һәм Ул мәсехләгән батша алдында шаһитлыҡ ҡылығыҙ. Ҡайһығыҙҙың үгеҙен алдым? Кемдең ишәгенә ҡул һуҙҙым? Кемде таланым? Кемде йәберләнем? Эшенә күҙ йомор өсөн кемдән ришүәт алдым? Әйтегеҙ, мин ҡайтарып бирермен.