Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Нөхәмияһ 5:10 - Изге Яҙма

10 Мин дә, ағай-энеләрем менән хеҙмәтселәрем дә уларға бурысҡа көмөш һәм иген бирәбеҙ. Әммә, әйҙәгеҙ, бурыстарын кире ҡайтарғанда артығын алыуҙан туҡтайыҡ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Нөхәмияһ 5:10
18 Iomraidhean Croise  

Беҙ үҙебеҙгә тағы Аллабыҙ йорто ихтыяжы өсөн йылына бер шекел көмөштөң өстән бер өлөшөн бирергә йөкләмә итеп алдыҡ.


Уларҙың баҫыуҙарын, йөҙөм һәм зәйтүн баҡсаларын, йорттарын, бурысҡа биреп торған аҡса, икмәк, шарап һәм зәйтүн майы өсөн тейешле рибаны уларға хәҙер үк кире ҡайтарығыҙ.


Бер аҙ уйлағандан һуң, дәрәжәле кешеләрҙе һәм башлыҡтарҙы ҡаты шелтәләп, әйттем: – Һеҙ үҙ ағай-энеләрегеҙҙән артығын алаһығыҙ, – тинем. Улар арҡаһында мин ҙур йыйын йыйҙым


– Бик насар эшләйһегеҙ, – тинем мин уларға. – Дошмандарығыҙ булған сит халыҡтар алдында хурлыҡҡа төшмәҫ өсөн Аллабыҙҙан ҡурҡып ҡына йөрөргә тейеш түгелһегеҙме ни һеҙ?


Раббы – минең өлөшөм, минең туҫтағым, Минең йәрәбәм – Һинең ҡулыңда.


Ғәҙелһеҙлек бығауҙарын өҙ, Ҡалып бауҙарын сис, Иҙелгәндәрҙе иреккә ебәр, Һәр төрлө ҡалыпты емер – Мин теләгән ураҙа ошолай була.


Килем алыр өсөн үтескә аҡса бирһә, Уны арттырып алһа, Бындай кеше тере ҡалырмы? Юҡ, ул тере ҡала алмай! Бөтә был әшәкелектәрҙе ҡылған өсөн Ул һис шикһеҙ үлтерелер. Үлемендә үҙе ғәйепле булыр.


Бер кемде лә ҡыйырһытмай, Бурысҡа алғандың аманатын ҡайтара, Кеше таламай, Асҡа икмәк, яланғасҡа кейем бирә,


Үтескә биргән өсөн килем талап итмәй, Яуызлыҡтан ҡулын тыя; Ике кеше араһында ғәҙел хөкөм йөрөтә,


Түшәктә ятҡан килеш яманлыҡ уйлап, Яуызлыҡ ниәтләгәндәрҙең башына ҡайғы! Таң һыҙылыу менән залимлыҡтарын ҡылырҙар, Сөнки уларҙың быға көстәре етә.


Шулай итеп, Раббынан ҡурҡыуҙың нимә икәнен белеп, беҙ кешеләрҙе Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итергә күндерергә тырышабыҙ. Аллаға беҙҙең кемлегебеҙ билдәле, һеҙҙең выжданығыҙ ҙа беҙҙең кем булыуыбыҙҙы беләлер тип өмөт итәм.


Шулай итеп, беҙ – Мәсихтең вәкилдәре, һәм Алла беҙҙең аша ялбарғандай, Мәсих исеменән үтенәбеҙ: Алла менән ярашығыҙ.


Беҙ иһә, Алланың хеҙмәттәштәре булараҡ, һеҙгә бүләк ителгән Алла мәрхәмәте бушҡа булмаһын, тип үтенеп һорайбыҙ.


Бурыстарҙы кисереү шунан ғибәрәт: кем үҙенең яҡынына бурысҡа биреп торған, шул бурысты ғәфү итһен һәм башҡаса яҡынынан йәки туғанынан бурысты һорамаһын, сөнки әлеге йыл – Раббының бурыстарҙы ғәфү итеү йылы тип иғлан ителде.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan