Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Нөхәмияһ 4:8 - Изге Яҙма

8 Бергәләшеп Йәрүсәлимгә һуғыш менән барырға һәм унда бола ойошторорға мәкер ҡорҙолар.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Нөхәмияһ 4:8
11 Iomraidhean Croise  

Батыр бул, халҡыбыҙ өсөн, Аллабыҙҙың ҡалалары өсөн ныҡ торайыҡ, ә Раббы Үҙе нисек хуш күрә, шулай эшләр.


– Ныҡ булығыҙ, батыр булығыҙ, Ашшур батшаһынан да, уның менән ябырылып килеүселәрҙән дә ҡурҡмағыҙ, ҡалтыранып төшмәгеҙ, сөнки уларҙа түгел, беҙҙең яҡта ҡөҙрәтлерәк көс.


– Эй Раббым, Күк Аллаһы, Үҙеңде яратҡан һәм бойороҡтарыңды тотҡан кешеләргә рәхимеңде һалыусы һәм килешеү шарттарын һаҡлаусы бөйөк вә дәһшәтле Алла! – тинем мин. –


Санбаллат менән Товияһтың һәм ғәрәп, Ғаммон, Ашдод кешеләренең Йәрүсәлим диуарының аяҡҡа баҫтырылыуын, емерек урындарының бөтәштерелеүен ишеткәс, һарыуҙары ҡайнаны.


Күптәрҙең янауын ишетә йөрөйөм, Тирә-яҡта – дәһшәт! «Ошаҡлайыҡ уны! – тиҙәр. – Фаш итәйек!» Минең менән татыу булғандар ҙа Абынғанымды көтәләр: «Бәлки, ул тоҙаҡҡа төшөр, Шунда уны еңербеҙ, Үсебеҙҙе ҡандырырбыҙ», – тиҙәр.


Бел һәм төшөн: Йәрүсәлимде аяҡҡа баҫтырырға һәм яңынан төҙөргә тигән хәбәрҙән алып, мәсехләнгән хаким килгәнгә тиклем ете тапҡыр етешәр йыл һәм тағы алтмыш ике тапҡыр етешәр йыл үтер – ошо ваҡыт эсендә оҙон соҡорҙары, урамдары менән ҡала аяҡҡа баҫтырылыр, ләкин былар афәтле йылдар булыр.


Мин иһә һеҙгә: «Ҡурҡмағыҙ уларҙан, ҡотоғоҙ алынмаһын, – тинем. –


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan